25.06.2011 Был аҙнала беҙҙе... Ҡайғыға һалды...
Иң ышаныслы һаналған Ту−134 самолетының һәләкәткә осрауы арҡаһында 45 кешенең ғүмере өҙөлдө.
Әлеге ваҡытта фажиғәгә килтергән сәбәптәрҙе асыҡлау бара. Бөгөнгө көнгә бер ниндәй ҙә рәсми аңлатмалар бирмәйҙәр.
Шул уҡ ваҡытта күпселек сығанаҡтар, самолеттың аварияға осрауына кеше факторы − пилоттар ғәйепле, тип һанай. Әллә ни яңы булмаһа ла, авиацияла ышаныслы һәм ҡеүәтле булыуы менән билдәлелек яулаған судноның техник яҡтан төҙөк булмауына ышанмайҙар.
Шуныһы ла бар − был ваҡытта Петрозаводск ҡалаһында көн торошо ла осош өсөн әллә ни яҡшы булмаған.