14.09.2010 Мосолмандарға –пластик карта
Өфөлә мосолман динен тотоусылар өсөн махсус карта барлыҡҡа килде. Ябай «пластик»тан ул шуныһы менән айырыла – унда проценттар һәм штрафтар иҫәпләнмәй.
БР Мосолмандарының үҙәк диниә назаратынан хәбәр итеүҙәренсә, Ислам динен тотоусылар процентҡа аҡса алырға, бирергә тейеш түгел. Бындай карта диндарҙарға бик уңайлы булмаҡсы. Уға эш хаҡын, пенсия, стипендияны, балалар пособиеһын күсерергә мөмкин. Әлеге карта йәшел төҫтә һәм унда «хәләл» тип яҙылған.
Әйткәндәй, баш ҡалала мосолмандарға махсус поликлиника ла асылғайны. Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында махсус таксиҙар, бөҙрәханалар эшләй. Бер һүҙ менән әйткәндә, уңайлыҡтар арта бара.
А. ЗИННУРОВА.