RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ТӘБИҒӘТ ТӘРТИПЛЕЛӘРҘЕ ЯРАТА

25.06.2011 ТӘБИҒӘТ ТӘРТИПЛЕЛӘРҘЕ ЯРАТА

Эсмә! Һыу түгел, әлбиттә, һүҙ спиртлы эсемлектәр тураһында бара. Эскән килеш әүҙем ял итеү бик ауырға төшәсәк. Ни өсөн икәнлеген яҙып тороу ҙа артыҡтыр, быны һәр кем аңлай. Походта спиртлы эсемлектәрҙе эсеүҙән тыйылып тороу шәхсән үҙегеҙҙең именлегегеҙ өсөн генә кәрәк.
Артыңдан сүп-сар ҡалдырып йөрөмә! Тәртипһеҙ ҡыланыу бер кемде лә матурламай. Тағы ла шуныһы: арыйһың икән, башҡалар­ға был хаҡта хәбәр ит. Бер төркөмгә төрлө кеше йыйыла, әммә улар бер-береһен көтөп торорға, аңларға тейеш. Артыҡ шәбәйеп, һуңғы сиккә еткәнгә тиклем төркөм артынан йүгермәгеҙ. Аҙағы күңелһеҙ булмағайы.
Тәмәке хаҡында айырым әйтке килә. Уның төпсөктәрен ҡалдырып йөрөү бер бәлә булһа, янғын сығарыу ихтималлығы тағы ла ҙурыраҡ бәлә. Ырғытылған бер төпсөк арҡаһында гектар-гектар урмандың яныуы ихтимал. Шуға ла урманда иғтибарлы, тәбиғәтебеҙгә ҡарата ихтирамлы булайыҡ.
Ауыл кешеләре менән ҡаланыҡын айырған иң күҙгә ташланған күренеш – ҡала кешеләренең һәр ваҡыт тиерлек ашығып йөрөүе. Ә тәбиғәттә сабып йөрөү урынһыҙ. Шуға ла урманда, йылға буйҙарында походта йөрөгәндә рәхәтләнеп, тәбиғәт менән бер темпта ғына ял итергә кәрәк.
Йыл һайын походҡа сығып, ял итергә яратҡан Өфө ҡалаһы егете Денис МАНСУРОВ:
– Поход яратыусылар араһында яҡын дуҫтарым булһа ла, йыл һайын беҙҙең төркөмгә сит кешеләр ҙә килеп ҡушыла. Тәбиғәт ҡосағында ял итергә сыҡҡанда иң ҙур ауырлыҡ килтереүселәр – артыҡ мыжыҡтар һәм артыҡ ялҡау­ҙар.
Походтың ҡағиҙәһе шундай – бер-береңде көтөп, гел бергә йөрөргә тейешһең. Был бик шәп! Әммә бөтә халыҡ тауға менеп барғанда ниндәйҙер сәскә күреп, ярты сәғәт уға ҡарап һоҡланып торған, һүрәт төшөрә башлаған, физик яҡтан әҙерлекһеҙ булған кешеләр саҡ ҡына булһа ла уйлан­һын ине. Бәлки, уларға, башҡасараҡ төркөмдәр менән йөрөргәлер?..
Тәбиғәттә, ял иткәндә шуныһы шәп: кешеләр бөтөнләй башҡа яҡтан асыла, үҙенең икенсе сифаттарын асып, камиллаша. Бик шәп нәмә ул поход, әммә ялҡауҙар өсөн түгел! – тип иҫәпләй.
Йәй ни тиклем генә йәмле булһа ла, шул тиклем тиҙ генә үтеп тә китеүсән. Әйҙәгеҙ, уның тәмен, матурлығын, байлығын һәр көн татып ҡалырға тырышайыҡ. Ябай ғына ҡағиҙәләрҙе онотоп, ҡояшта ҡыҙынырға, һыу инергә, тауға менергә тейешле ваҡытыбыҙҙы юҡҡа сарыф итмәйек. Ни тиһәң дә, ял итеү мәле эш һәм уҡыу менән үткән ваҡыттан бик күпкә кәмерәк.
Ялдарығыҙ күңелле, хәүеф-хәтәр­һеҙ үтһен!










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә