RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Миҙалдары – батырлыҡ билдәһе

21.06.2011 Миҙалдары – батырлыҡ билдәһе

Ғүмер, ағын һыу кеүек, аға ла аға. Олатайым Тимербай Сабир улы Ғәзизовтың яҡты донъянан китеүенә лә ун йылға яҡын ваҡыт үтеп китте. Бәләкәй сағымда ауылға ҡайтҡанда уның алдына ултырып, түшендәге миҙалдарын шылтыратып уйнарға ярата инем...
Олатайым Ғафури районының Үзбәк ауылында тыуып үҫә. Оло Үтәш ауылындағы ете йыллыҡ мәктәптә уҡый. Һуңынан Белорет ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһын тамамлай. 1939 йылдан Белорет металлургия комбинатында электр менән иретеп йәбештереүсе булып эшләй башлай. Ә инде 1941 йылдың майында 22 йәшлек Тимербай Ғәзизов армияға повестка ала. Уны Киров ҡалаһындағы хәрби училищеға уҡырға ебәрәләр.
Тиҙҙән тыныс тормошто емереп, әсәләрҙе һәм балаларҙы илатып, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Бер курсты тамамлағандан һуң, 1942 йылдың 30 ғинуарында ул лейтенант звание­һында һуғышҡа инә. Тимербай Ғәзизов Калининград фронтында автоматсылар взводына командир итеп тәғәйенләнә. Уға Украина, Белоруссия, Калининград, Кавказ аръяғы фронттарында хеҙмәт итергә тура килә. Бер нисә мәртәбә ҡаты яралана. Ржев һуғышында ла ҡатнаша. Йәнә хәл иткес алыш, ауыр яра, тағы ла госпиталь. Госпиталдән һуң олатайым айырым саңғы батальонының командиры, һуңынан 43-сө армияның 65-се отрядының штаб начальнигы, уҡсылар полкының разведка офицеры, 3-сө Белоруссия фронтында пулеметсылар ротаһы командиры була.
Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн «ҡыҙыл Йондоҙ» ордены һәм төрлө миҙалдар менән бүләкләнә. Еңеү көнөн Германияла ҡаршылай.
1946 йылдың ғинуарында тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Ул башта Еҙем-ҡаран май эшкәртеү заводында директор булып эшләй. Һуңғараҡ, һөйгәнен эҙләп, Үзбәкстанға юллана. 1947 йылда Чуст районында ғаилә ҡора. Унда йәшәгәндәрҙең тормошо ла еңелдән булмай һәм ул ғаиләһе менән тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Тимербай Сабир улы Үзбәк урта мәктәбенә физкультура һәм хәрби әҙерлек уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша. 38 йыл буйы үҙ һөнәренә тоғро ҡалып, 1985 йылға тиклем эшләй ул.
ҡатыны Наилә Әхмәтвәли ҡыҙы менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә. 55 йыл бер-береһен аңлап, ихтирам итеп йәшәй улар.
...Еңеү көнөндә өләсәйем олатайымдың орден һәм миҙалдары тағылған хәрби кейемен шкафтан алып, ултырғысҡа элеп ҡуя. Олатайым һаҡалын һыйпай-һыйпай көҙгө алдында кейенеп, колхоз идараһына юл тота ине. Уҡыусылар һәм ауылдаштар уларҙы тәбрикләй һәм концерт ҡуя. Өйгә ҡайтҡас инде, ейәнсәрҙәренә күстәнәстәрен тарата торғайны.
Беҙҙең олатайҙарыбыҙ орден-миҙалдар өсөн ҡан түкмәгән, улар илебеҙҙе фашизмдан һаҡлап ҡалған, азатлыҡ яулаған. Ә түштәрендәге миҙалдары уларҙың тиңһеҙ батырлыҡтары тураһында һөйләй. Мин олатайым менән ғорурланам. Уның яҡты иҫтәлеге йөрәгемдә мәңге һаҡланыр!

Диана ҒӘЗИЗОВА,
БДУ студенты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә