18.06.2011 Ағасмы, кешеме?
ҡаҙағстан Президенты Нурсолтан Назарбаев спектакль геройы булып киткән.
Сюжет буйынса ул урманға бара һәм... ағастарҙың һөйләшеүен ишетә. Ағастар уға илдәге коррупция һәм башҡа етешһеҙлектәр тураһында һөйләй. Күңеле булған Назарбаев һуңынан уларҙы кешегә әйләндерә.
Тап шундай хәл булғандыр, бер шигем дә юҡ. Егерме йыл президент вазифаһында тир түгә торғас, кешеләр ҙә күҙле бүкән кеүек күренә башлайҙыр инде.