18.06.2011 Рухи күперҙәрҙе нығытып
Яҙмышыбыҙ – тел яҙмышы
Башҡорт ерендә төҙөлгән Силәбе ҡалаһы беҙҙе ҡолас йәйеп ҡаршы алды: көн дә йылы ине, ҡаршы алыусылар ҙа яҡты йөҙ, ихласлыҡ, ҡунаҡсылыҡ күрһәтте. Ш. Бабич исемендәге китапханаға юлланғанда Силәбе ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Сәхрәгөл Ғатауллина менән бер аҙ әңгәмәләшеп алыу форсаты тейҙе. Сығышы менән ҡоншаҡ районының Сағышты ауылынан булған эшлекле ханым ойошманы алты йыл етәкләй. 2007 йылда өлкәлә тәүгеләрҙән булып ауылдашы Нәфисә Шакирова менән бергә тыуған ауылдарында шәжәрә байрамын ойошторғандар, шул сараны һуңғы йылдарҙа башҡарылған иң мөһим эштәр рәтенә индерә ул.
– Нәфисә Ғизетдин ҡыҙы ғөрөф-ғәҙәттәрҙе яҡшы белә, шуға ла милли аш-һыуҙы нисек әҙерләргә, ниндәй кейем тегергә, тип артыҡ баш ватып ултырманыҡ, – ти Сәхрәгөл Абдулла ҡыҙы. – Егәрле еңгәләр ҙә, шәп килендәр ҙә байрам күңелле, уңышлы үтһен өсөн күп көс һалды. Шунда шәжәрә байрамдарының мөһимлеген аңланыҡ. Тап ошондай сарала туғандар бер-береһен табышып, яңынан танышып, быуындар бәйләнешен нығыта.
Китапханалағы осрашыуға башҡорт йәштәренең дә килеүе һөйөндөрҙө. Әлбиттә, улар күп түгел ине, шулай ҙа булғанға шөкөр иттек. Район ҡоролтайҙары рәйестәре лә, урындағы әҙиптәр ҙә сара эшендә ҡатнашыуҙы мәртәбәгә һанаған. Һөйләшеүҙе Сәлимйән Бәҙретдинов, Нәзир ҡолбахтин, Ирек Аҡманов асып ебәрҙе һәм һуңынан фекер алышыуҙа Силәбе университетында башҡорт филологияһы факультетының, Арғаяшта педагогия училищеһының ябылыуы, халҡыбыҙҙың ассимиляцияға бирелеүе, йәштәрҙең телде онотоуы кеүек мәсьәләләр күтәрелде. Ғалимдар ата-бабалар рухына лайыҡлы алмаш үҫһен өсөн балаларҙы башҡорт рухлы итеп тәрбиәләргә, уларҙы уҡытырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Ниңә беҙҙе Башҡортостандан айырғандар икән? – тип ғалимдарҙы тыңлап ултырған бер йәш ҡыҙ үҙ алдына бошондо. – Исмаһам, иркенләп үҙ телебеҙҙә һөйләшер инек.
Шуны ғына ишетеп торғандай, Ләлә Бейешева, барыһы ла үҙебеҙҙән, ата-әсәләрҙән тора, тине: «Бер кем дә үҙ телебеҙҙә һөйләшергә тыймай, ҡамасауламай, иркенләп аралаш әйҙә! Гәзит-журналдарға ла яҙылырға, башҡорт телендә китаптар ҙа уҡырға кәрәк. Һәр кем халҡының киләсәген хәстәрләргә тейеш». Рәйсә Күзбәкова, йәштәргә төбәп, уның фекерен дауам итте: «Мәктәптә яҡшы баһалар артынан ҡыуып, туған телде, тамырҙарыбыҙҙы онотабыҙ, ә теленән баш тартҡан кеше халҡының быуаттар әйләнәһенә тупланған тәжрибәһенән дә тороп ҡала, рухын юғалта. Үҙеңдең милләтеңә сикһеҙ һөйөү һәм халҡыңа тоғролоҡто аңлатҡан «рух» һүҙе рус теленә тәржемә ителмәй. Һеҙ, йәштәр, үҙ балаларығыҙҙы рухлы итеп тәрбиәләй алырһығыҙмы? Ошо хаҡта бөгөндән уйланаһығыҙмы?».
БР Яҙыусылар союзы рәйесе, «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире Азамат Юлдашбаевтың да сығышы тел мәсьәләһенә ҡайтып ҡалды:
– 1890 йылда «Ырымбурҙан Өфөгә» тип исемләнгән очеркында яҙыусы Глеб Успенский, башҡорттарҙың аяныслы хәлен күреп, йәне әрнегәндән: «Пропадет башкир! Пропадет! Беспременно пропадет этот самый башкир!» – тип яҙған. Үкенескә күрә, һуңғы йылдарҙа Успенскийҙың һүҙҙәрен үҙебеҙҙең милләт вәкилдәре ҡабатлай башланы, йәнәһе лә, бөтөп барабыҙ, юғалабыҙ, шуға үҙҙәрен дә, башҡаларҙы ла көсләп ышандырырға маташалар. Ләкин был һүҙҙәргә ҡаршы Мостай Кәримдең «Йөҙәтмәһендәр беҙҙе, беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ. Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап, тарих арбаһында барасаҡбыҙ» тигән шиғри юлдарын килтерер инем. Башҡорт ғаиләһе бар саҡта халыҡ та йәшәйәсәк. Бер кемдән бер нимә көтөп ятмай, телде һаҡлауҙы үҙеңдән башла, милләттәш: башҡортса һөйләш, башҡорт баҫмаларын алдырып уҡы, театр-концерттарға йөрө – ана шул булыр һинең милләтте һаҡлауға индергән өлөшөң. Башҡа сит телдәрҙе үҙләштер, төплө белем ал, аҡса эшләргә өйрән – был да халҡың мәнфәғәтенә эшләнгән эшең булыр.
Китапхана мөдире Көнһылыу Әйүпова ла һүҙ әйтмәй түҙә алманы:
– Әсә кеше балаһына башҡортса үҙе өйрәтмәй икән, бер ниндәй ҙә «тетя», «дядя»лар өйрәтмәйәсәк инде. Шөкөр, өс улым да башҡортса белә, шуға ул, ҡыҙҙары менән урыҫса һупалағандарҙы ауыҙ тултырып тәнҡитләй алам. Һәм, егеттәр, ҡыҙҙар, тормошоғоҙҙо сит милләт кешеләре менән бәйләмәгеҙ, башҡорттар менән ғаилә ҡороғоҙ. Милләт алдындағы яуаплылыҡ шунан да ғибәрәт бит ул.
«Мин – башҡорт!», «Башҡорт йәштәре союзы» тигән яҙыулы футболка кейгән егет сығыш яһаусыларҙы иғтибар менән йотлоғоп тыңланы, һуңынан, бындай осрашыуҙар йышыраҡ булһын ине ул, тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты: «Дөрөҫ әйтәләр, телде һаҡлайым, тип ҡысҡырғансы, үҙеңә башҡортса һөйләшергә кәрәк шул». Вилдан Хәйеров – Красноармейский районының Тәүкәй ауылынан (был районда ике генә башҡорт ауылы бар, икенсеһе – Яҡуп). Вилдан төҙөлөш ойошмаһында инженер булып эшләй, ҡалала ойошторолған бөтөн милли сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.
– Ошо футболкаңды кейеп йөрөгәндә кешеләр бәйләнмәйме? – тип, яҙыуға ымлайым.
– Юҡ, киреһенсә, бында нимә яҙылған, тип һораша башлайҙар, мин уларға, Башҡорт йәштәре союзы, тип аңлатам. ҡалай һеҙ маладистар, тип ҡыҙығып та ҡуялар. Кешеләр бындай ойошманың барлығын бик белмәй, мин дә интернет аша таптым. Башҡорттар тураһында сайттар күберәк булһын ине, аҡыллы, шәп егеттәр бар ҙаһа, эшләһендәр.
Уй-ниәттәр
береккәндә
Пленар ултырышҡа Өфөнән Башҡортостан Республикаһының элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков, Ырымбур, Пермь, Свердловск ҡоролтайҙары рәйестәре һәм өлкәнең иң әүҙем башҡорттары ла килеп етте. Ғөмүмән, «ПаркСити» ҡунаҡханаһының конференц-залында, телем, илем, ерем, тип йөрәктәре янған, халҡыбыҙҙың киләсәгенә битараф булмағандар йыйылғайны.
Ултырышты асып, Силәбе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Марсель Йосопов барыһын да тәбрикләне, һөҙөмтәле эш теләне: «Көньяҡ Уралда йәшәгән халыҡтар араһында бер ниндәй аңлашылмаусанлыҡтар булырға тейеш түгел. Мәғариф программалары, мәҙәни проекттарға ҡағылышлы ниндәйҙер эш моменттары килеп сыҡһа ла, уларҙы тиҙ һәм ыңғай хәл итергә мөмкин. Осрашыуыбыҙҙың маҡсаты иһә – аралашыу ҡыуанысы һәм һөҙөмтәле эш. Бынан ары күсмә ултырыштар матур йолаға әйләнер, тип ышанам».
Илгиз Солтанморатов милли мәҙәниәтте һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә башҡорт төбәктәренең тотҡан урыны, роле тураһында доклад менән сығыш яһаны. Башҡорт йәмәғәт ойошмалары Рәсәйҙең ҡырҡ субъектында, утыҙ биш сит илдә (шул иҫәптән Японияла, Австралияла һәм Германияла) эшләп килә. Һәр кем үҙ телендә белем алырға хоҡуҡлы, тип Конституцияла яҙылһа ла, үкенескә күрә, республикабыҙҙан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең күбеһе туған телде өйрәнеүҙән мәхрүм. Миҫал эҙләп, алыҫ йөрөйһө түгел: мәҫәлән, 32 мең башҡорт йәшәгән Силәбелә бер генә лә башҡорт мәктәбе юҡ, башҡорт телен уҡытыу ҙа ҡырҡа кәмегән. Төбәктәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу был мәсьәләне хәл итергә форсат бирәсәк, тип иҫәпләй Илгиз Земфир улы: «Был йәһәттән Башҡортостан Республикаһының тәжрибәһе ҙур: ун дүрт телдә уҡытыу алып барыла, ете телдә баҫмалар нәшер ителә, балалар туған телдәрен онотмаһын өсөн даими рәүештә йәкшәмбе мәктәптәре асыла».
Силәбе өлкәһе ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Флүзә Ғайсина, ҡоролтайҙың йыллыҡ эшенә йомғаҡ яһап, киләсәккә пландар менән бүлеште. Үткәрелгән бөтөн сараларҙың маҡсаты, әлбиттә, бер – башҡорттарҙы туплап, берләштереп, мәҙәниәтте, телде үҫтереү. Силәбе өлкәһенең Мәҙәниәт министрлығы хеҙмәткәре Любовь Костюкова, Ш. Бабич исемендәге китапхананың, Башҡорт йәштәре союзының, Магнитогорскиҙағы башҡорт сәнғәте йортоноң әүҙем эшмәкәрлегенә ыңғай баһа бирҙе, башҡорт халҡы өлкәнең мәҙәниәтен байытыуға тос өлөш индерә, тип билдәләне.
Шулай уҡ Силәбе өлкәһе йәмәғәтселеге һәм етәкселеге вәкилдәре менән осрашыу барышында өлкә территорияһында башҡорт телендә гәзит сығарыу, Башҡортостан телевидениеһы һәм радиоһы тапшырыуҙарын ретрансляциялау мәсьәләләре лә ҡаралды. Башҡортостан Республикаһының элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, был йүнәлештә хеҙмәттәшлеккә әҙербеҙ, тип белдерҙе.
Башҡорттар күп йәшәгән ҡурған, Ырымбур, Һамар, Свердловск, Силәбе өлкәләрендә һәм Пермь крайында ҡоролтайҙарҙың эшмәкәрлеге, милли мәктәптәрҙе һаҡлау, башҡорт телле синыфтар һәм балалар баҡсаларында төркөмдәр асыу, ябылған гәзиттәрҙе яңынан тергеҙеү кеүек мәсьәләләр буйынса фекер алышҡандан һуң башҡорттар тарихына һәм Силәбе өлкәһе башҡорттары араһында эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләренә ҡағылышлы «түңәрәк өҫтәл»дәр уҙғарылды.
Ир-егеткәйҙәрҙең, ай, өмөтөн,
тәфтиләүҙәр генә быуа алмаҫ...
«Силәбе өлкәһе башҡорттарының этник тарихы һәм рухи мәҙәниәте» темаһына «түңәрәк өҫтәл»дең программаһы бай йөкмәткеле булды. Силәбе башҡорттарының этногенезы, шәжәрәләре, Себер юлы ҡара-Табын улусы старшинаһы Таймас Шаимов тураһында сығыштарҙы һәр кем иғтибар менән тыңланы, үҙ фекерҙәрен әйтте.
Азат Бирҙиндың башҡорт халҡының ҡанын эсеүсе Тевкелевҡа арналған сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Силәбе өлкәһе тарихсылары ҡалаға нигеҙ һалыусы булараҡ уның исемен мәңгеләштереү буйынса эш алып бара, әммә быға юл ҡуймаҫҡа кәрәк – күпләп ҡоралһыҙ халыҡты ҡырған, кешеләрҙе тереләй яндырған, ауылдарҙың көлөн күккә осорған ҡәбәхәттең ҡот осҡос яуыз ҡылыҡтарын ваҡыт та, хәтер ҙә юймай.
Бер ваҡыт рус танышым, башҡорт булған ерҙә гел тарих, тел мәсьәләләре ҡуҙғатыла, тигәйне. Мин, уны төҙәтеп, рухлы башҡорт булған ерҙә, тинем: «Тыуған ил менән туған тел беҙҙең өсөн иң изге төшөнсәләр булғанға бар нәмә уларға барып тоташа». Силәбеләге осрашыуҙарҙың да һәр береһендә ошо темалар тағы-тағы ҡалҡып сыҡты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Вәлиәхмәт Бәҙретдинов һүҙ алғас, Сафуан Әлибайҙың шиғыры иҫкә төштө: «Ил-телемдең юлы ел-дауыллы, заманалар ҡабат болғауыр»...
– Мәғариф системаһындағы үҙгәрештәр тәү сиратта милли мәктәптәрҙең бәкәленә һуҡты, тип ышаныслы әйтеп була, сөнки, мәҫәлән, туҡһанынсы йылдар аҙағында Силәбе өлкәһендә 158 мәктәптә башҡорт теле уҡытылһа, бөгөн ни бары – 38 мәктәптә һәм утыҙ меңдән ашыу башҡорт йәшәгән ҡалала бер генә мәктәптең дүрт синыфында башҡорт теле уҡытыла, – туған тел өсөн борсолоуҙарын Вәлиәхмәт ағай һандарға һәм факттарға нигеҙләп асты. – Төбәктәрҙә башҡорттар үҙебеҙҙең телдә радиотапшырыуҙар тыңлай, Башҡортостан юлдаш телевидениеһын ҡарай алмай икән, был тәүҙә телгә, унан һуң тарихҡа ла, мәҙәниәткә лә вайымһыҙлыҡты арттыра. Шуға ла мотлаҡ элек сыҡҡан башҡорт гәзиттәренең тергеҙелеүенә, тапшырыуҙарҙың ретрансляцияһын булдырыуға булышлыҡ итергә кәрәк.
Күп ата-әсә үҙҙәре лә рус телен генә белә, балаларыбыҙға ла шул бер тел етә, тип уйлай. Аңлы, юғары мәҙәниәтле кеше һис бер ваҡытта үҙенең балаһын башҡа телдәрҙе өйрәнеүҙән тыймаясаҡ, сөнки күп тел белгән баланың зиһен ҡеүәһе арта, аң офоҡтары киңәйә. Ҙур тәжрибә туплаған балалар психологы булараҡ, шуны әйтә алам: төрлө логик билдәләр системаһын (шашка-шахмат уйыны булһынмы, ноталар грамотаһымы, математикамы, яңы телме) үҙләштереү баланың интеллектуаль мөмкинлектәрен арттыра. Әйтәйек, шашка буйынса күп тапҡыр донъя чемпионкаһы Тамара Танһыҡҡужина биш тел белә. Йыш ҡына, башҡорт теле берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнергә ҡамасаулай, тигәнде ишетергә тура килә. Был төптө ялған хәбәр! Мәҫәлән, милли телдәр уҡытылған республикаларҙа математика буйынса имтихан күрһәткестәре күпкә юғары.
Бер теллелек Рәсәйҙең интеллектуаль бәләләренең береһе инде ул. Был йәһәттән финдарҙан өлгө алырға мөмкин, унда мәктәптәрҙә дүрт тел уҡытыла: фин, швед, инглиз, шулай уҡ немец йәки француз телдәре. Финдар үҙҙәренең балаларын төрлө яҡлап үҫешкән, аҡыллы итеп күргеһе килә. Ә беҙҙең?
Рәшит Шәкүр ҙә ике телле балаларҙың бер телле балаларға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ уҡыуын, хәтерҙәре яҡшыраҡ, фекерләү тиҙлеге юғарыраҡ булыуын билдәләне: «Башҡа телде бала саҡтан өйрәнгәндәр тик ота ғына, шуға ла был йәһәттән ата-әсәләр менән төплө аңлатыу эшен алып барырға кәрәк».
Бизнес көтә башҡорттарҙы
Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе бизнесмендары ла «түңәрәк өҫтәл» артында хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе. Фекер алышыуҙа төҙөлөш, ауыл һәм урман хужалыҡтарында урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр ҡатнашты. Эшҡыуарлыҡ башҡорттар араһында ныҡ үҫешмәгән, шуға ла был йәһәттән ҡоролтайҙарға байтаҡ көс түгергә кәрәк, тигән уртаҡ фекергә килде улар. Бының өсөн ҡоролтайҙар янында эшҡыуарҙар советын, йәш эшҡыуар мәктәбен асырға тәҡдим ителде. Ошо мәктәптәрҙә тәүге аҙымдарын яһаусы бизнесмендарға бизнес-план төҙөргә ярҙам итәсәктәр, юридик аспекттар буйынса консультация бирәсәктәр, теге йәки был өлкәләге бизнес нескәлектәрен аңлатасаҡтар. Теорияны практикала нығытыу маҡсатында, «түңәрәк өҫтәл» артында уҡ һөтсөлөк буйынса үҙ эшен башлаған Сабир Сөләймәновҡа ярҙам иттеләр – һөттө пакетҡа тултырыу ҡорамалдары хаҡында һөйләнеләр, иң уңышлы варианттар кәңәш иттеләр.
Ислам иҡтисады моделе нигеҙендәге финанслау тибы тураһында ла фекер алышыу булды. Өфөлә ошондай типтағы «Хазина-финанс» инвестиция фонды эшләй башлағанын белеүселәр һирәк. Шуға ла ҡоролтайҙың бизнес-үҙәге етәксеһе Иршат Аҫылғужин был хаҡта һөйләгәндә тыңлаусыларҙың иғтибары бермә-бер артты. Шулай уҡ эшҡыуарҙар башҡорт ҡала-ауылдарында ниндәй бизнесты үҫтереү мөмкинлектәрен сағылдырған бизнес-паспорт төҙөүҙе хупланы. Етди һөйләшеүҙең һуңында башҡорт эшҡыуарҙары араһында бәйләнештәрҙе нығытыу, бер-береңә ярҙам итеү, хеҙмәттәшлек итеү зарур, тип, берҙәм башҡорт бизнесы мөхитен булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Бик күп мәсьәлә ҡаралған, тейешле ҡарарҙар ҡабул ителгән оло йыйынға йомғаҡ яһап, барыһы ла күсмә ултырыштың эшен юғары баһаланы. Инде ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыр өсөн барыбыҙға ла ең һыҙғанып эшкә тотонорға кәрәк: төрлөбөҙ төрлө ерҙә – Башҡортостандамы, Силәбеләме, Ырымбурҙамы, йә башҡа төбәктә – йәшәһәк тә, беҙ бер халыҡтың вәкилдәре булып ҡалабыҙ. Берҙәм булһаҡ, бөтә проблемаларҙы ла хәл итергә көс табырбыҙ, уныһында шик юҡ.
Баныу ҡаһарманова.