18.06.2011 Кисектереүҙәр биреләсәк
РФ Дәүләт Думаһы депутаттары 18 йәше тулған мәктәп уҡыусыларына, урта профессиональ уҡыу йорттары студенттарына һәм аспиранттарға бәйле кисектереүҙәрҙе билдәләгән закон проекттарын ҡайтанан ҡарарға уйлай.
РФ мәғариф министры Андрей Фурсенко, рәсми рәүештә уҡыуҙарҙың 31 августа тамамланыуын законлы рәүештә нығытырға вәғәҙә бирә. Был, үҙ сиратында, мәктәпте тамамлаусыларға тыныс күңел менән вузға уҡырға инеү мөмкинлеге бирәсәк.
Практика күрһәтеүенсә, Башҡортостанда хәрби комиссариаттар һәр хәрби хеҙмәткә саҡырылышта, башлыса, вуз тамамлаусыларҙы, йәше хәрби хеҙмәт йәшенән үтеп барған егеттәрҙе әрмегә саҡыра ине. Сөнки призыв ресурсын мәктәпте яңы тамамлаусылар менән генә түгел, башҡалар менән иркен тулыландырырға була. БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, кисектереүҙәргә үҙгәрештәр индереү тәҡдимен БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаттары күптән күтәреп сыҡҡан. Әммә ул РФ Дәүләт Думаһында яҡлау тапмаған. РФ Президенты Дмитрий Медведевтың Оборона министрлығынан кисектереүҙәр исемлеген ҡайтанан ҡарауҙы һорауы мәсьәләне хәл итер, моғайын.
БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаты, яҙыусы Рауил Бикбаев та: «Ғәмәлдә булған федераль законға ярашлы, башланғыс һәм урта профессиональ уҡыу йорттары студенттары, уҡырға ингәнсе мәктәпте тамамлаған булһа, әрмегә алына. Хәрби бурыстарын үтәү уларҙың уҡыуын өҙә, күптәр әрменән һуң кире уҡырға килмәй. ҡайтҡан хәлдә лә, өлгәш буйынса проблемалары тыуа. Өҙлөкһөҙ уҡыуҙы тәьмин итеү – актуаль мәсьәлә», – ти.
Закон проекттарына үҙгәрештәр индереү сентябрҙә ҡараласаҡ.