RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Әҙер булһын һәр әйберең

18.06.2011 Әҙер булһын һәр әйберең

Май айынан башлап хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙан туп­ланған тәүге эшелондар частарға юлланды. Егеттәрҙе әрмегә нисек әҙерләргә? Үҙең менән нимәләр алырға? Буласаҡ һалдаттарҙы, уларҙың ата-әсәләрен, моғайын да, был һорау­ҙар борсойҙор. Беҙҙең түбәндәге кә­ңәштәрҙең кәрәге тейер.
Әгәр ҙә хәрби комиссариатта намыҫлы һәм иғтибарлы офицерҙар эшләй икән, улар повестка алған буласаҡ ил һаҡсыһына үҙең менән нимәләр алыр­ға кәрәклеген әйтергә тейеш.

Нимәләр алырға була һуң?

Паспорт һәм приписка танытмаһы.
«Гражданка»ла алған һөнәрҙәрҙең документтары һәм спорт разрядтары тураһында белешмәләрҙең күсермәләре (частарҙан һалдаттарҙы «һатып алырға» килгән офицерҙар үҙҙәренә кәрәкле белгестәрҙе һайлағанда кәрәге тейер).
Юлға теш щеткаһы һәм пастаһы, һабын, ҡырынғыс, таҫтамал алырға кәрәк.
Хат яҙыу өсөн конверт, ҡағыҙ, авторучка.
Бер аҙ аҡса. Күп алмағыҙ. Юлда һеҙҙе оҙатып барыусы команданың сержанттары, часҡа барғас, «бабай»ҙарҙың тартып алыуы ихтимал.
Туҡланыу өсөн консервалар, сохарый, печенье, һуттар, пакетлы сәй. Юлда ҡоро паек бирһәләр ҙә, асыҡһағыҙ, тамаҡ ялғар­ға үҙегеҙҙеке лә кәрәк булыр. Пластик һауыт, ҡалаҡ һалып алырға ла онотмағыҙ. Аҙыҡ-түлекте ыҡсым ғына итеп бәләкәй рюкзакка тултырып алығыҙ.
Хәрби хеҙмәткә саҡырыу
пунктында нимәләрҙе тартып
аласаҡтар?

Теләһә ниндәй алкоголь (шул иҫәптән һыра).
Бысаҡты, осло ҡайсыны, быяла шешәләр һәм банкаларҙы.
ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан аҙыҡ-түлекте һәм дарыуҙарҙы.
Ювелир сылбырҙарҙы һәм браслеттар­ҙы.

Кеҫә телефонын алырғамы, юҡмы?

Кеҫә телефонын армияға киткәндә үҙең менән алырға ярамай. Командование башта буш ваҡыттарығыҙҙа уны ҡулланыр­ға рөхсәт итһә лә, һеҙҙән алдараҡ хәрби хеҙмәткә килгән хеҙмәттәштәрегеҙ өсөн ул һуңынан «уйынсыҡ» ҡына буласаҡ. Ә бына sim-картағыҙҙы һалып алһағыҙ була. Кем белә, бәлки, һеҙ хеҙмәт итәсәк часта телефонын үтескә биреп торған мәрхәмәтле хеҙмәттәшегеҙ, йә яҡташығыҙ табылыр. Шуны ла хәтерегеҙҙән сығармағыҙ: режим объектына эләгәһегеҙ икән, бөтөнләй те­лефон ҡулланырға ярамай.

Нисек кейенергә?

Иң мөһиме – кейемегеҙ йылы, уңайлы булһын. Хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктында кейеп килгән кейемдәрегеҙҙе почта аша кире өйөгөҙгә ебәрә алаһығыҙ.

Буласаҡ һалдаттарҙы ҡайҙа кейендерәләр?

Хәрби кейем Республика хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктында бирелә. Унда һеҙгә:
ҡышҡы бүрек,
ҡышҡы ялан костюмы (куртка, салбар),
китель,
кашне,
эстән кейә торған күлдәк,
силғау,
кирза итек,
майка,
ике ҡайыш,
яғаға тегеп ҡуя торған туҡыма,
әйбер һала торған тоҡсай,
һабын, таҫтамал, ҡулъяулыҡ бирәсәктәр.
Һәр егеткә кейем үҙенең үлсәменә ҡарап бирелә. Ул оҙон булһа, кәүҙәңә кейемде таманлап ҡыҫҡартасаҡтар.

Сәсте нисек ҡырҡтырырға?

Элек егеттәрҙең сәстәрен әр­мелә бөтөнләй ҡырып таш­лай­ҙар ине. Был гигиена талаптарына тура килгән процедура рекруттарҙың үҙҙәре өсөн дә уңайлы булһа ла, хәҙер таҡыр башҡа әйләнеү мотлаҡ түгел. Әммә ҡолаҡтарығыҙға, елкәгеҙгә төшөп торған, еткән сәс менән һеҙҙе бер кем дә йөрөтмәҫ. Сөнки хәрбиҙәрҙең формаһы таҙа, йыйнаҡ, прическаһы ла ҡыҫҡа, матур булырға тейеш. Повестка көткәндә сәсегеҙҙе ҡырҡтырып ҡуйһағыҙ, яҡшы булыр.

Ата-әсәләрегеҙ һеҙҙе хеҙмәт итеү урынына тиклем оҙатып бара аламы?

Эйе. Ата-әсәләргә был мөмкинлек бирелгән. Һеҙ киткән эшелонда поезда урындар булһа, улар бушлай бара ала. Әгәр ҙә урындар юҡ икән, үҙ иҫәбенә – икенсе поезда.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә