RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » НАРЫҪТАУҘЫ ҺУҢFЫ ТӨЙӘК ИТКӘН СӘХӘБӘЛӘР РУХЫ ҮЛЕМҺЕҘ

18.06.2011 НАРЫҪТАУҘЫ ҺУҢFЫ ТӨЙӘК ИТКӘН СӘХӘБӘЛӘР РУХЫ ҮЛЕМҺЕҘ

НАРЫҪТАУҘЫ ҺУҢFЫ ТӨЙӘК ИТКӘН СӘХӘБӘЛӘР РУХЫ ҮЛЕМҺЕҘКөнө буйы ҡураныс, һалҡын ямғыр яуҙы. Кемдәрҙер байрамға барырға тигән уйынан һүрелде. Ә күптәр иртәгәһе көндөң матур булырына шикләнмәне – Хоҙай ризалығы өсөн изге ергә, сәхәбәләр ятҡан тау янына барырға йыйынғас, юлыбыҙ асылыр, тип уйланы. Шулай ҙа көндөң был тиклем дә матур булырын берәү ҙә көтмәгәндер. Күк салт аяҙ, ҡояш үҙенең йылы нурҙарын йәлләмәне, һалҡын, еүеш ер шунда уҡ йылынып кипте, тирә-яҡта сиңерткәләр, күбәләктәр оса. Мөғжизә! Күрәһең, бөгөнгө изге байрам алдынан Ер кисә ғөсөлләнгәндер… Ошондай мөғжизәле иртәлә Миәкә районының Илсеғол ауылы янындағы Нарыҫтауға халыҡ ағылды. ҡайҙан ғына килмәгән улар – Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр, Әбйәлил яҡтарынан, шулай уҡ сит өлкә, республикаларҙан, сит илдәрҙән төрлө милләт вәкилдәре − мосолман ҡәрҙәштәребеҙ килгәйне, йәмғеһе − өс меңләп халыҡ йыйылғайны.

Тауҙың башында – сәхәбәләр ҡәберлеге. Әлегә тиклем уның таштары тирә-яҡҡа туҙышып бөтһә лә, ҡәберлекте юғалтыу мөмкин түгел ине − урыны һәр саҡ айырым-асыҡ билдәле булып ятты, бында боронғо яҙмалы таштарҙы ла күпләп табырға мөмкин ине. Бөгөн иһә Нарыҫтауҙы танырлыҡ түгел. Әйтерһең, ул − ҡыуанысынан түбәһе күккә тейгән кейәү егете. Башындағы боронғо ҡәберлек төҙөкләндерелеп, ярым айлы көмбәҙле аҡ сатыр эсенә алын­ған, иҫтәлекле мәрмәр таш ҡуйыл­ған. Ташҡа 630 йылда бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһи үә сәлләмдең башҡорт иленә ислам динен таратырға ебәрелгән сәхәбәләре Зәит улы Зөбәйер һәм Зөбәйер улы Абдрахмандың исемдәре уйып яҙылған. Халҡыбыҙҙың ысын шәхестәре, көслө рухлы хаҡ мосолмандарҙың тырышлығы менән эшләнгән былар.

Нарыҫтауҙа сәхәбәләр ерләнгән икән, тигән хәбәр тауҙың һәм уның итәгендә сығып ятҡан шифалы шишмәнең изге икәнлеген, был урында бик көслө әүлиәләр ерләнгәнен белеп, төрлө мөғжизәле хәлдәргә лә күнегеп йәшәгән урындағы халыҡты әллә ни ғәжәпләндермәһә лә, башҡалар өсөн, әлбиттә, был оло яңылыҡ булды. Гәрсә ҡайһы бер тарих­сылар­ҙың, ғәрәп телен камил белгән ғалимдарҙың мәҡәләләрендә мәғлүмәттәр сағылһа ла, иғ­тибар­ға алыу­сы булманы.
ʺКиске Өфөʺ гәзитенең 11−17 июнь һанында тарихсы Салауат Таймаҫовтың һөйләгәндәре баҫыл­ғайны: ʺТарихи сығанаҡтар Башҡорт ерендә әле Х быуатта Ибн Фаҙлан килгәнгә тиклем үк исламдың тарала башлауы хаҡында һөйләй. Шулай уҡ ХIХ быуат уртаһында ҡаҙан тарихсыһы Шәрәфетдин ибн Хисаметдиндың раҫлауынса, 630 йылда уҡ Мөхәммәт бәйғәмбәр Башҡорт-Булғар ерҙәренә Ислам динен таратыу өсөн үҙенең арҡаҙаштарын – Абдрахман бин Зөбәйерҙе, Зөбәйер ибн Джейдты, Талха бин Усманды ебәрәʺ. Тарихсы шулай уҡ ислам динен ҡабул иткән тәүге башҡорттарҙың береһе – Әй буйының аҫабаһы Айытҡол Зәит (Заһит) улының һәм тағы унлаған башҡорт мосолмандарының исемдәрен һанап сыға…
Тарихи сығанаҡтарҙа һәм халыҡ хәтерендә телдән-телгә күсеп һаҡланған ҡомартҡылар­ҙан тыш, һуңғы ваҡытта Ер шарының төрлө тарафтарынан ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр килә башланы. Мәҫәлән, бер төркөм мосолман Истанбулда йәшәүсе, бөтөн донъяға билдәле Осман Нури Топбаш менән осраша, ишан уларға, Мөхәммәт бәйғәмбәр (с.ғ.с.) башҡорттарға исламды таратыу өсөн өс сәхәбәһен ебәргән, тигән хәбәр әйтә. Ошондай мәғлүмәттәр башҡа тарафтарҙан да килә.
Ә инде Кипрҙың Төньяҡ Төркиә өлөшөндә йәшәүсе бөйөк шәйех, бәйғәмбәребеҙҙең (с.ғ.с) 40-сы быуыны, әүлиәләр солтаны, Сәиди Мөхәммәт Нәҙим әл Хаҡҡани беренсе булып сәхәбәләрҙең ятҡан урынын күрһәтте һәм был хәбәр уның аша бөтә донъяға таралды. (Ер шарының бөтә Европа илдәрендә, Малай­зияла, Пакстанда, Сингапурҙа, Төньяҡ Америкала, Шри-Ланкала уның меңәрләгән мөрите бар. Көн һайын ул тура эфир аша Кешелек донъяһына Мөрәжәғәт ебәрә. Аллаһтың барлығын һәм берлеген дәлилләүсе күренештәр, планетабыҙҙың, кешелектең киләсәге тураһында хәбәрҙәр биреп тора). Ул Башҡортостан­дан килеүсе милләттәштәребеҙгә бик ҡыуана һәм ике сәхәбәнең башҡорт ерендә ерләнеүен әйтә, был урындың бик ҡөҙрәтле, нурлы булыуын һөйләй һәм мәғлүмәтте халыҡҡа еткерергә ҡуша.
Ошонан һуң рухлы мосолмандарыбыҙ әүлиәләр ерләнгән тауҙар­ҙы, бөтә изге урындарҙы барлай, мәғлүмәттәр йыя. Һәм, ниһайәт, шәйех олатай уларға урынды дөрөҫ табыуҙарын әйтә, ҡыуаныстан үҙенең дә күҙенән йәштәре килеп сыға. ʺСәхәбәләр күпме көттө ошо көндөʺ, − ти ул тулҡынланып. Һәм ул Нарыҫтауҙағы ҡәберлекте, уның тирәһен төҙөкләндереүгә фатихаһын бирә.
Әлеге йыйын да солтан әүлиәнең фатихаһы, ярҙамы менән үткәрелде. Яланда яңғыраған аҙан тауышы, ҡөрьән аяттары йәнгә сихәт бирҙе, күмәкләп зекер әйтеү йөрәктәрҙе сафландырҙы, имам, хәҙрәттәрҙең, Йылайыр районынан килгән 84 йәшлек Нуретдин олатай кеүек ил ағалары – аҡһаҡалдарҙың сығыштары уйландырҙы, рухландырҙы. Төшкө намаҙҙан һуң мосолмандар ҡорбан ашынан ауыҙ итте. Әйткәндәй, Аллаһы Тә­ғәләнең ризалығы өсөн ул көндө ун биш ҡорбан салын­ғайны.
Байрамдан һуң да халыҡ тиҙ генә таралманы, һәр кем ниндәйҙер бер сихри рәхәтлек, йылы тойғолар кисерҙе. Бер-береһе менән һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Мин бер нисә кешенән үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашыуҙы, бөгөнгө сараның әһәмиәте тураһында һораным.
ʺСәхәбәләр үлмәй, әгәр кешеләр улар рухына аяттар уҡып, ҡорбандар салып, доғалар ҡылып торһа, улар фанилыҡта башҡарған вазифаларын яңынан үтәй башлайʺ, − тигәйне шәйех Мөхәммәт Нәҙим әл Хаҡҡани. Юғарыла әйтелгәндәр ошоларҙы раҫлай түгелме?!
Әйткәндәй, донъяның төрлө ҡитғаларынан − Испания, Иордания, Малайзия, Индо­незия, Пакстан, Аргентина һәм башҡа тарафтарҙан абруйлы ғалимдар, шәйехтәр изге сәхәбәләр ятҡан ергә килергә теләк белдергән. Сәхәбәләргә зыярат ҡылып, Аллаһ ҡаршыһында оло сауап алырға теләй улар һәм быны үҙҙәренең изге бурысы, тип иҫәпләй.

Флүзә Әсфәтуллина, Ауырғазы районының Төрөмбәт дөйөм белем биреү мәктәбе директоры:
− Күпме мәғлүмәт алдыҡ, сығыш­тар­ҙы күҙ йәштәре аша тыңланыҡ. Быларҙы бит ауыл ерендә ишетә алмайбыҙ. Балаларға, эсмәгеҙ, тартмағыҙ, тибеҙ. Cаралар үткәрәбеҙ. ʺНет − наркотикам!ʺ тип плакаттар яҙып элгән булабыҙ. Ә бит ошондай йыйындарға йөрөт­һәк, һөҙөмтәһе ҙурыраҡ булыр ине, үҙ күҙең менән күреүгә, ишетеүгә етмәй. Бында бит тәрбиә йөрәк аша бара, йөрәктән йөрәккә мөхәббәт менән күсә…

Салауат Аҫылбаев, Өфө ҡалаһы:
− Иҫ киткес күңел күтәренкелеге. Рухташтар менән бергә яланда, тәбиғәт ҡосағында намаҙ уҡыу бөтөнләй икенсе тойғо икән, яңғыҙың уҡыу түгел. Эргәңдә фекерҙәштәреңдең булыуы, Нуретдин ағай кеүек аҡһаҡалдарҙы күреү ышанысты арттыра, иманды ҡеүәтләндерә. Ошондай йыйындар күберәк булһа, халыҡ дингә нығыраҡ ылығыр ине.

Рифҡәт Ниғмәтуллин, Миәкә райо­нының Илсеғол ауылынан:

− Кисә көн ниндәй ине лә, бөгөн ниндәй. Мин, беҙҙең был эшкә Аллаһы Тәғәлә үҙенең ризалығын шулай күрһәтә, тип уйлайым. Ошо ерҙән китке килмәй. Һәр кешелә − яғымлы ҡараш. Сәхәбәләр үҙҙәре беҙҙең янда йөрәктәребеҙҙе асып, мөхәббәт таратып йөрөмәйме икән, тип тә уйлайым. Бөгөн бында булған кешеләрҙең ғүмере күпмегә оҙонайғандыр, мәгәр мин үҙем бик күпкә йәшәргән һымаҡмын. Тормошомда беренсе ҡабат ошондай хәлде кисерәм.

Мансур Сәһәрйәров, Миәкә райо­ны Илсеғол ауылы мәсетенең имам-хатибы:

− Мин бәләкәй саҡта, өләсәйҙәребеҙ ошонда килеп, изге шишмәнең һыуын алып, үҙҙәре ҡойоноп ҡайта торғайны. Үзбәкстан, ҡаҙағстан яҡтарынан дөйәләр менән ылау-ылау киләләр ине. Тауҙың ҡөҙрәте, ысынлап та, ҙур. Мөғжизәләрен дә күрһәтеп тора. Йыш ҡына уның өҫтөндә өсмөйөш, йә булмаһа башҡорт балаҫындағы орнаменттарға оҡшаған нурҙы күрәләр. Үҙем тау түбәһенән нур күтәрелгәнде (бәлки, киреһенсә, юғарынан төшкәндер) өс ҡабат күрҙем. Береһендә ул нурҙарҙы ғәрәп хәрефтәренә оҡшаттым.
Ә инде бөгөнгө йыйындың әһәмиәтенә килгәндә, ул − баһалап бөткөһөҙ. Кешеләрҙе үҙ асылына ҡайтарҙы ла ҡуйҙы. Хатта миңә халҡыбыҙҙың киләсәге лә Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте менән ошо йыйындан башланыр төҫлө, иншаллаһ…

Миңлегөл ҡарасурина, Өфө ҡалаһы:
– Күңелемдә бер ҡасан да бындай һиллектең, бындай әйтеп бөтөргөһөҙ рәхәтлектең булғаны юҡ ине. Ошо тойғоно юғалтмаҫҡа ине. Әллә Хоҙай ҡөҙрәте менән сәхәбәләр беҙгә ожмахты күрһәтте инде? Күңелдә, намаҙға баҫырға кәрәк, тигән теләгем ныҡ кө­сәй­ҙе, Аллаһ насип итһә, ураҙаға намаҙ менән инергә, тип ниәт әйтеп ултырам.

Әлфиә БАТТАЛОВА.
Р. ҒИЗЗӘТУЛЛИНА фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә