RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Урал батыр” эпосын – донъяның рухи мираҫтары исемлегенә!

14.06.2011 “Урал батыр” эпосын – донъяның рухи мираҫтары исемлегенә!

10 июндә Сибай ҡалаһында ʺУрал батырʺ эпосы һәм донъя халыҡтарының рухи ҡомарт­ҡыларыʺ тип аталған II Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция уҙҙы. Унда билдәле фольклорсылар, лингвистар, тарихсылар һәм әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты.
Конференцияны башлап, Баш­ҡорт дәүләт университеты Сибай институтының төп корпусы алдында баш­ҡорт халыҡ яҙыусыһы Һәҙиә Дәү­ләтшинаға һәйкәл асыу тантанаһы уҙҙы: шулай итеп, БДУСИ янында башҡорт зыялылары һәйкәлдәренең сафы тағы тулылана төштө.
“Урал батыр” эпосын – донъяның рухи мираҫтары исемлегенә!Сараның төп маҡсаты − ʺУрал-батырʺ эпосын ЮНЕСКО-ның ʺКеше­лек донъяһының рухи һәм матди булмаған мираҫтарыʺ исемлегенә индереү буйынса эштәрҙе әүҙемләштереү. Был йәһәттән башҡарылған эштәр ха­ҡында Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдинова сығыш яһаны. Был фәнни-ғәмәли конференцияла Өфө, Мәскәү ғалимдары менән бер рәттән, Төркиә, Германия вәкилдәренең дә ҡатнашыуы киләсәктә ʺУрал батырʺ эпосының донъя халыҡтарының мәҙәни ҡомартҡылары араһында лайыҡлы урыны булыр, тигән ышаныс уята. Мәҫәлән, Башҡор­тостандың Пермь крайынан сыҡ­ҡан, әлеге ваҡытта Германияның Вайлер ҡалаһында йәшәүсе Әлиә Фидай ҡыҙы Тайсина ʺУрал батырʺ эпосын немец теленә тәржемә иткән, уны донъя кимәлендә популяр­лашты­рыу­ға күп көс һал­ған. Әлиә апай шулай уҡ герман халыҡтарының героик эпостары һәм беҙҙең ʺУрал батырʺ араһындағы уртаҡ фе­кер­­ҙәрҙе, параллелдәрҙе билдәләп сыҡҡан, тимәк, ошо төркөмгә ҡараған милләттәрҙә беҙҙең эпос­ҡа ҡыҙыҡһыныу уята алған. Нефтекамала йәшәүсе әзербайжан милләтле эшҡыуар Ғә­ләүетдин Гораж уғлы Самедов иһә беҙҙең эпосты үҙҙәренең фольклор хазиналары менән сағыштыра, шулай уҡ улар араһындағы оҡшашлыҡтар­ҙы эҙләй. Мәскәүҙән килгән ғалимә Юрченко Наталья Вла­димировна үҙенең сығышында Аҡбуҙат һәм рус халыҡ әкиәтендәге Сивка-бурка образдарын сағыштырып ҡарарға өндәне. ҡаҙағстан хөкүмәтенең мәҙәниәт министрлығы вәкиле Асҡар Турғанбаев, конференция форматынан файҙаланып, ҡаҙаҡ халҡының ʺОраҡ һәм Мамайʺ эпосының тарихи нигеҙҙәре менән таныштырып үтте.
Конференция барышында китап күргәҙмәләре эшләне, фәнни һәм әҙәби, тарихи китаптар һатыу ойошторолдо.

И. НӘБИУЛЛИН.
Сибай ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә