14.06.2011 Эҫелә йөк автомобилдәрендә йөрөү тыйыла
Быйылғы йәйҙән башлап, 15 июндән 15 авгусҡа тиклем эре магистралдәрҙә һауа температураһы 32 градустан артһа, ҙур йөк автомобилдәренең хәрәкәтенә сикләүҙәр индерелә.
Федераль юл агентлығы әҙерләгән ҡарарҙың сәбәбе − эҫе көндәрҙә юл полотноһына зыян килеүҙе кәметеү. Юлдар тулыһынса ябылмаясаҡ, хәрәкәт киске 9-ҙан иртәнге 9-ға тиклем рөхсәт ителә. Иң көсөргәнешле трассалар иҫәбенә Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфө, Силәбе янындағы юл участкалары инә.
З. ХАСАНОВА.