14.06.2011 Башҡортостанға ҡунаҡ килгән – теге остан, был остан!
Һабантуйҙа – «Берҙәмлек»
– Быйыл әллә нисә илдән ҡунаҡтар килә, тиҙәр, шуларҙы күреп буламы-юҡмы инде, – тип борсолдо оло йәштәге асыҡ йөҙлө әбей, балаҫтай күпереп үҫкән үләнгә йәтешләп ултырып.
–Телевизорҙан күрәбеҙ ҙә һуң үҙҙәрен, –тип йылмайҙы йәшерәк апай. –Шул уҡ ике аяҡлы, ике ҡуллы кешеләр.
– Һуң барыбер әллә ҡайҙарҙан, ғүмерҙә ҡолаҡ ишетмәгән тарафтарҙан килгән кешеләр бит, – тип әбей бирешергә теләмәне. – Алты йәшлек сәфәрҙән ҡайтһа, алтмыш йәшлек күрергә килә. Тереләй күргәнгә етмәй.
– Башҡорт тотоп, тешләп ҡарамайса ышанмай, – тип дәррәү көлөштө йәштәр.
Әбей ҙә улар ыңғайына кеткелдәп көлдө, ә яуабын шаян ел алып китте. Был ваҡытта аллы-гөллө һабантуй яланы ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә ине: таныштар бер-береһе менән осрашып ҡыуаныша, балалар тәм-том менән һыйланып мәж килә, спортсылар күнекмә үткәрә, ә эркелеп килгән халыҡ ағымы һаман икһеҙ-сикһеҙ...
Әбйәлилдә һабансылар байрамы быйыл «Берҙәмлек» X халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале менән бергә үрелеп барҙы. Башҡортостан, Рәсәй, сит ил халыҡтары мәҙәниәтен популярлаштырыу, төрлө илдәрҙең ижади коллективтары менән бәйләнеш булдырыу маҡсатында ике йылға бер тапҡыр уҙғарылған сара, әлбиттә, милләт-ара татыулыҡты нығытыуға арналғайны. Әбйәлилдәр ҡунаҡтарҙы ла, үҙҙәренең артистарын да ихлас тәбрикләне, сығыштарын алҡыштарға күмде. Сәхнәгә бер-бер артлы Италиянан «А Пачиандерра Сансустиса» фольклор ансамбле, Төркиәнән «Кечиорен», Һиндостандың Педжаб штатынан «Патнала» бейеү ансамблдәре күтәрелде. Әбйәлилдәрҙе Әзербайжандан килгән Фикрет Әмиров исемендәге дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле лә, ҡаҙағстандан Жансая Жумекенова менән Азамат Мукатовтың инструменталь дуэты ла һөйөндөрҙө. Гүзәл төбәктә Нигерия музыканты Боладжи Арио Олубунми Дэвид, Мадагаскар музыкант-перкуссионисы Раэриндзатуву Селестин Жульен, Гватемаланан солист – инструменталист Хельми Оттониэль Орозко Годинес үҙ тамашасыһын тапты. Әрмән йырсыһы Аршак Алтунян иһә бөтөнләй үҙебеҙҙең кеше булып сыҡты − һин дә мин татарса һөйләшә, башҡорт телен дә яҡшы аңлай, ике телдә йырлай. Өфөнән «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө, Ырымбурҙан «Яйыҡ» казак йыры ансамбле, Тверь өлкәһенән «Медок» рус йыры һәм бейеүе ансамбленең сығыштары ла тамашасылар күңеленә хуш килде. ҡунаҡтар иһә Әбйәлил игенселәренең, малсыларының хеҙмәтен данлаған, спортсыларҙың уңышын барлаған, шанлы тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙ байлығын сағылдырған театрлаштырылған тамашаны хайран ҡалып күҙәтте.
− Һеҙҙә бар нәмәне лә ысын күңелдән, масштаблы итеп башҡаралар, − ун алты йәшлек Анкара һылыуы Пелин Озбекиш тел шартлатты, − миңә бында ныҡ оҡшай! Тыуған ерегеҙ ҙә, кешеләрегеҙ ҙә бик гүзәл икән, тип һоҡланып бөтә алмайбыҙ.
− Айырыуса ҡыҙҙар матур, − тәржемәсе ярҙамында һөйләшеүгә һинд егеттәре Амандип менән Рубан ҡушылды. − Һылыу ҡыҙҙарҙың күплегенән баш әйләнә, күҙ ҡамаша, күҙлекте сисерлек түгел.
Беҙҙе шундай ихтирам менән ҡаршыланылар, хатта күҙҙән йәштәр килеп сыҡты, тип «Медок» ансамбле йырсыһы Тамара Смирнова халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығын билдәләне. Боронғо башҡорттар кеүек тирмәләрҙә ашъяулыҡ тирәләй ултырып, бишбармаҡ, бауырһаҡ, талҡан, итле бәлештәрҙән ауыҙ иткән ҡунаҡ ир-егеттәр ҡәнәғәт ауыҙ йырҙы, ҡатын-ҡыҙҙар теге йәки был ашамлыҡтың нисек әҙерләнеүен белешеп, рецептарҙы иҫтә ҡалдырырға тырышты. «Берҙәмлек»тә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла профессиональ йырсы, бейеүсе түгел. Мәҫәлән, «Йәшлек» ансамбле составында Башҡортостанға килгән Айнан Османов, Эльтун Вәлиев, Севда Рустамли Әзербайжан дәүләт нефть академияһында уҡып йөрөйҙәр. Студенттарҙы йырға, бейеүгә һөйөү берләштергән. Ошондай ожмахтай ерҙәрҙе, яҡты йөҙлө кешеләрҙе күрергә яҙҙы, сығыштарыбыҙҙы рәхмәтебеҙ итеп ҡабул итһендәр ине, тип улар әбйәлилдәргә ике бейеү бүләк итте. Егерме туғыҙ йәшлек Хельми Оттониэль − самолеттар буйынса механик. Йырһыҙ бер көн тора алмайым, ти: «Эш менән мәшғүл саҡта ла, ял иткәндә лә гел көйләп йөрөйөм. Бөгөн һабантуйҙа «Тау башында» тип аталған йыр башҡарасаҡмын. Ул шатлыҡ хаҡында». Отто португал, испан, рус, инглиз телдәрендә иркен аралаша. Буласаҡ инженер Жульен да бер нисә телде яҡшы белә, ул Воронежда технология академияһында уҡый. Өлгөр студент − музыкант та, йырсы ла, бейеүсе лә, спортсы ла (пауэрлифтинг буйынса спорт мастеры). Йөҙҙәрсә фестивалдә ҡатнашҡан, бейеү буйынса түңәрәк алып барған, ярыштарҙан ситтә ҡалмаған егет, үҙем дә аптырайым, нисек барыһына ла өлгөрәмдер, тип йылмайҙы:
− Хоҙайға рәхмәт, ул башҡаларға ҡыуаныс өләшһен, тип, миңә бөтмәҫ көс, дәрт, илһам бирә! Артабан да шулай тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә яҙһын.
Йылмаяҡ Дэвид Боладжи − дипломаттың улы. Тәүҙә Мәскәүҙә уҡыған, әлеге ваҡытта Өфө медицина академияһында интернатурала белем ала. Буласаҡ психотерапевт уҡырға, джаз йырларға, бейергә ярата, нимә эшләһәм дә, бар күңелемде һалып эшләйем, ти: «Шулай йәшәһәң, тормош байыраҡ, сағыуыраҡ». Ул «Берҙәмлек» фестивалендә икенсе тапҡыр ҡатнаша, ди-джей булараҡ Башҡортостандың бөтә ҡалаларында ла тиерлек сығыш яһаған. Кустанай өлкә филармонияһы артисы Азамат Башҡортостанға бишенсе тапҡыр килә, ә Астанала хәрби мәктәптә эшләгән Жансая − тәүге тапҡыр. Телдәребеҙҙең, йөҙ һыҙаттарының оҡшашлығын күреп, күптәнге таныштар менән осрашҡандай булдым, ти көләс ҡыҙ. Төрлө илдәрҙән йыйылған ошо егет-ҡыҙҙар менән әбйәлилдәр кемуҙарҙан иҫтәлеккә фото төштө. ҡунаҡтар әҙер генә объективҡа йылмайҙы, ризаһыҙлыҡ күрһәтмәне. Иң беренсе һинд бейеүсеһе Ман Таджиндер Пал Каур фотоға төшөп арыны. Ултырғысҡа барып ҡунаҡлаған сибәр ханым аҙаҡ та аҙаҡ, тип ҡулын болғаны: «Үпкәләмәгеҙ, хәлем юҡ». Уның ҡарауы итальяндарҙың энергияһы ташып торҙо. Сәхнәгә сығырға сират көткән мәлдә түңәрәк яһап, бейергә төшөп тә киттеләр. Ай, әйтмәксе лә ҡыҙыу ҡанлы, дәртле халыҡ икән үҙҙәре! Музыканттары гөрләтеп милли музыка ҡоралдарында уйнағанда, бейеүселәре һай-һайтлап төрөктәрҙе лә, башҡорттарҙы ла, индустарҙы ла бейергә төшөрҙө. Үҙе бер ҡыҙыҡ тамаша булды.
Фестивалдә, һабантуйҙа ҡатнашыусылар сығыш яһағанда сәхнә йәйғорҙоң ете төҫөнән сағыуыраҡ балҡығандай тойолдо. Төрлө телдә башҡарылған йырҙар, төрлө халыҡтарҙың бейеүе һәр илдең ҡабатланмаҫ сәнғәт байлығын сағылдырҙы. Һабантуй онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырып, тамамланыуға барҙы, ә ҡунаҡтар «Яҡтыкүл» шифаханаһына юл алды − унда «Тамға» тип аталған кейеҙ баҫыу байрамы үтте.
Аҡ кейеҙҙән башҡорт тирмә ҡорған...
«Тамға» байрамына республикабыҙҙың төрлө ҡалаларынан йыйылған рәссамдар, «Башҡортостан − Евразия йөрәге» тип аталған проектҡа ярашлы, кейеҙҙән туғыҙ картина әҙерләгәйне (проект авторы – Республика халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәре Кәримә Кайдалова, художество етәксеһе − Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры Тәлғәт Мәсәлимов).
− Беҙ Буранғолда бишәр кешенән торған бер нисә төркөмгә бүленеп эшләнек, картиналарыбыҙҙа − тыныслыҡ, дуҫлыҡ, әсә, мөхәббәт, хеҙмәт, тыуған илде һаҡлау темалары, − ти Нефтекама рәссамы Земфира Ғиләжева. − Мәҫәлән, беҙ − Октябрьскийҙан Гүзәлиә Шембергер, Стәрлетамаҡтан Дамир Әмиров, Хәтим Латыпов, Нонна Абдрахманова − ир менән ҡатындың мөхәббәтен тасуирлаған «Һөйөү» һәм тимерсенең оҫталығын күрһәткән «Тимерсе» картиналарын кейеҙҙән баҫтыҡ.
Кейеҙ баҫыу − ярты эш, уға йән өрөү кәрәк, тип, «Кейеҙ ҡотлау» йолаһы башҡарылды. Ейәнсура рәссамы Айгөл Бикәнова йола өсөн махсус баҫылған аҡ кейеҙҙә бейене, башҡалар уның аяғы аҫтына тәңкәләр ташланы, теләк теләне.
Аҡ кейеҙ − ул беҙҙең аҡ күңел,
Аҡ кейеҙгә баҫыр тик саф күңел,
Аҡ кейеҙ − шәжәрә, ҡот, иман,
Ял иткәндә түшәк һәм юрған.
Аҡ кейеҙҙең йәшен һорамағыҙ
Башҡорт менән бер көндә тыуған, − тип һамаҡлаған Әбйәлил сәсәниәһе Вәсилә Садиҡоваға тел оҫтаһы Хәнифә Әбүбәкирова ҡушылды:
Кейеҙебеҙ ҡолас йәйеп
Илдәр буйлап таралған.
Рәссамдары һүрәтендә
Батырҙарҙы данлаған.
Дәртле бейеү көйө яңғырағанда нисек бейемәй түҙмәк кәрәк?! Аяҡтар үҙҙәренән-үҙҙәре тыпырлағанға, башҡа ҡатын-ҡыҙҙар ҙа аҡ кейеҙгә бейергә төшөп китте. Иғтибар үҙәгендә − кейеҙ баҫҡан оҫтабикәләр. Уларҙың иңдәренә яулыҡ ябылды, эштәренә маҡтау яуҙы.
ҡунаҡтар ҙа был тамашанан ситтә ҡалманы, хатта йөндән кейеҙ баҫып ҡараны. Уларға ошо күркәм байрамдың иҫтәлеге итеп хужабикәләр кейеҙ тупсыҡтар бүләк итте. «Тамға» байрамын, фестивалде бынан ары «Берҙәмлек» картинаһы ла хәтерләтеп торасаҡ − унда ҡунаҡтар тыуған иленең, үҙенең исемен яҙып ҡалдырҙы.
− Эх, тағы ла берҙе генә булһа ла Әбйәлилгә килергә ине! − тип хушлашты ҡунаҡсыл төбәк менән ҡунаҡтар. Һәм фестиваль колоннаһы Учалыға йүнәлде.
Ниндәй байрам, ниндәй туй? Учалыла һабантуй!
Учалылар, ямғыр тымып, көн йылы булһа ярар ине, тип теләй торғас, күк канцелярияһы теләктәрҙе ишетте − һабантуй ваҡытында көн аяҙ торҙо, ҡояш нурҙарын ергә йәлләмәй һипте.
− Беҙ Уралда өшөрбөҙ, тип борсолғайныҡ, әммә бында ифрат йылы икән, − индустар тирләп-бешкән маңлайҙарын һыпыра-һыпыра йылы курткаларын сисергә ашыҡты. − Күләгәлә генә ятып алырға ине...
Әммә уларға күләгәлә ятып алыу түгел, биш минутҡа тын торорға форсат булманы. Һабантуй яланында теҙелгән тирмәләр буйлап «сәйәхәт» ҡылып, башҡорт, татар, рус милли аҙыҡтарынан ауыҙ итеп, ҡурай, гармунға башҡортса бейеп мәж килделәр. Йылдағыса һәр тирмәлә төрлө йола күрһәтелде. Мәҫәлән, Туңғатар ауыл советы биләмәһендә «Һыу юлы» күренеше сәхнәләштерелгәйне. Һыу юлы башлағанда ҡәйнә кеше килененең теленә көмөш тәңкә һалды: береһе тел өҫтөнә − һыуға һалыу өсөн, икенсеһе тел аҫтына − кире ҡайтҡан ваҡытта килен кеше туҡтап ғәйбәт һатып тормаһын өсөн. Иманғолдар тышау сисеү йолаһын башҡарҙы. Элек бала оҙаҡ һөйләшмәһә, символик рәүештә тел аҫтын ҡырҡҡандар, оҙаҡ атламаһа, аяҡтарын тышаулағандар ҙа һамаҡлап ебен ҡырҡҡандар:
Һоп, һоп, һоп итә,
Мостафа үҫеп китә.
Аяҡтары нығынғас,
Тыпырлап атлап китә.
Яңы Байрамғол ауыл советы тирмәһендә инде онотолған йола тергеҙелде: атай кеше ун өс йәше тулған ҡыҙ балаһына мендәр бәреп ҡарай ҙа, ул йығылмаһа, уға бирнә әҙерләй башларға ҡуша. Еңгә-килендәр ең һыҙғанып эшкә тотона: береһе йөн тетә, икенсеһе сирата, өсөнсөһө бәйләм бәйләй... Уҡытыусы Әнүзә Шакирова һәр эш процесына арнап йыр ҙа йырлап ебәрә:
Йырлай-йырлай йөн тетәләр
Байрамғол килендәре...
ҡорот эшләү, өй туйлау, ҡот ҡойоу, сөннәткә ултыртыу, исем ҡушыу һәм башҡа йолаларҙы халыҡ ҡыҙыҡһынып күҙәтте, кәрәге бер теймәһә бер тейер, тип, күргән-ишеткәндәрен хәтер һандығына һалып ҡуйҙы. Иҫ киткес бай йөкмәткеле, сағыу театрлаштырылған тамашанан ҡунаҡтарҙың башы әйләнде.
− Һеҙҙә әллә барыһы ла йырлай, бейей инде, − тип аптырап баш сайҡанылар, − күпме кеше ҡатнаша һуң байрамда? Әллә тотош ауыл-ҡала халҡы сыҡҡанмы сәхнәгә?
Уларҙы башҡорт бейеүҙәре лә, ат сабышы ла, милли көрәш тә, бай йәрминкә лә, күргәҙмәләр ҙә битараф ҡалдырманы. Һабантуй барышында бар нәмәнән тамам хайран ҡалып, «ғәжәп», «гүзәл», «иҫ киткес», тип эпитеттар менән генә һөйләшә башланылар.
− «Берҙәмлек»тә алған тәьҫораттар ғүмерлеккә хәтеремдә ҡаласаҡ, сөнки мин бында һабантуйҙы башлап ебәрҙем! − тип Нигерия егете Дэвид айырыуса ҡыуанды. Әйткәндәй, ул хеҙмәт алдынғылары Фәниә Духанина, Вәсил Шакиров һәм Ғәлимжан Хилажев менән бер рәттән һабантуй әләмен күтәрҙе.
«Яйыҡ» ансамбле етәксеһе Юрий Рощепкин:
− «Содружество» һүҙе башҡортса нисек дөрөҫ әйтелә: «Бердәмлек»ме, әллә «Берҙәмлек»ме? − тип, бер нәмәне лә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышып, һабантуйҙы видеоға яҙҙырҙы. − ҡайтҡас, барыһына ла күрһәтермен, был байрамды барыһы ла күрергә тейеш. Башҡортостанда бөтә милләттәр ҙә татыу, дуҫ йәшәй, шуға ла һеҙҙең тормошоғоҙ алға бара, ауылдарығыҙ төҙөк, ҡалаларығыҙ таҙа. Артабан да шулай шәп, тырыш булып ҡалығыҙ, татыу, матур йәшәгеҙ!
Башҡа ҡунаҡтар ҙа Сибайға юлланып: «Яңынан осрашҡанға тиклем!» − тип Учалы ере менән изге теләктәр теләп хушлашты. Кем белә, бәлки, урау-урау юлдар уларҙы тағы берәй ваҡыт тыуған еребеҙгә килтерер, ә асыҡ күңел, изге уйҙар менән килеүселәргә ишектәребеҙ, хас та ел ҡапҡалары кеүек, һәр саҡ асыҡ, йөҙөбөҙ яҡты. Донъялар ғына имен торһон, милләттәр дуҫлығы нигеҙе һис бер ваҡытта ҡаҡшамаһын!
Баныу ҡАҺАРМАНОВА.