07.06.2011 Башҡортостан – эшҡыуарлыҡ өсөн уңайлы төбәк
«Форбс» журналы төҙөгән рейтингыға ярашлы, республикабыҙ илдең эшҡыуарлыҡ өсөн иң уңайлы 30 төбәге исемлегендә 13-сө урынды биләй. Был баһанан күҙгә күренеп торған өҫтөнлөктәре арҡаһында Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары һәм Мәскәү, Ленинград өлкәләре «мәхрүм ителгән». Шулай уҡ хәүефһеҙлек кимәлен объектив билдәләй алмау сәбәпле, Төньяҡ Кавказ төбәктәре лә исемлектә юҡ.
Рейтинг халыҡ ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән эшҡыуарлыҡты йәйелдереү өсөн сығымдар һалырға ниәтләгән инвесторҙарҙың ҡыҙыҡһыныуҙарынан сығып төҙөлгән, баһалар 15-ләгән параметр буйынса ҡуйылған.
Башҡортостан «Социаль-демографик хәл» һәм «Эшҡыуарлыҡты алып барыуҙың уңайлылығы» критерийҙарында туғыҙынсы урында килә, ә «Иҡтисади хәл» (тулайым төбәк продукты, эре шәхси банкылар һаны) торошо буйынса – 19-сыла. «Эшлекле климат» төркөмөндә 20-се урында тип баһаланһа, халыҡтың тәьмин ителеү кимәленә ҡарап, 21-се урын бирелгән. Бынан тыш, «Форбс» авторҙары түбәндәге факттарҙы айырып билдәләй: республика Рәсәйҙә нефть табыу күләме буйынса етенсе урынды биләй, етмәһә, илдә халыҡтың тәбиғи артыуы күҙәтелгән төбәктән һанала (былтыр тыуым үлемдән 2700-гә артҡан), шулай уҡ ваҡлап һатыу әйләнеше буйынса иң юғары күрһәткестәргә эйә. Күрше Татарстан менән Свердловск өлкәһе беҙҙән алдараҡ булһа, Приморский крайы, Волгоград өлкәләре кеүек төбәктәрҙе үтеп киткәнбеҙ.
А. ЗИННУРОВА.