07.06.2011 Яҡташтарҙы йырлата ла, илата ла ҡурай моңо
Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры артистары Резеда Әмәкәсева, Азамат Асаинов, Айгөл Зөбәйҙуллина ҡаҙағстан Республикаһының Аҡтау ҡалаһында үткән һабантуйҙа ҡатнашып ҡайтты. Уларҙы «Салауат» башҡорт мәҙәни үҙәге етәксеһе Миңзәлә Бикбулатова саҡырған.
Башҡортостан делегацияһын Каспий диңгеҙе ярында ойошторолған байрамда яҡташтары бик йылы ҡабул итте. Тыуған ил ҡунаҡтарын йыл һайын үҙҙәренә саҡыра улар. ҡурайсы Азамат Асаинов ҡыҙыҡлы хәл тураһында ла һөйләп үтте: «Беҙ былтыр ҙа ҡаҙағстандағы һабантуйҙа ҡатнашҡайныҡ. Унда мин милли музыка ҡоралыбыҙ ҡурайҙа башҡорт көйҙәрен башҡарғайным. Тыңлаусылар араһында Рәмил исемле башҡорт егете лә булып сыҡҡан. Ул Төркмәнстанда тыуған, әлеге мәлдә ҡаҙағстанда йәшәй, Башҡортостанда бер тапҡыр ҙа булғаны юҡ. Ул ҡурай моңон бик ярата, әммә тере моңдо тәүге тапҡыр концертта ишетә һәм илап ебәрә. Был турала миңә Ержан Азанов һөйләне. Ержан – ҡаҙағстан Республикаһындағы Рәсәй сауҙа вәкиллегендә Башҡортостан вәкиле. Рәмил быйыл да Башҡортостандан концерт менән килергә йыйыныуҙары хаҡында белгәс, иң тәүҙә, былтырғы ҡурайсы буламы, тип һораған. Ержан менән уға сюрприз эшләргә булдыҡ. Концерттан һуң Рәмил беҙҙе үҙенә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Табын артында ҡурайҙа уйнаным һәм уға тыуған еребеҙҙә үҫкән милли ҡоралыбыҙҙы бүләк иттем. Уның шул саҡ нисек ҡыуанғанын, күҙҙәрендә ниндәй бәхет балҡығанын күрһәгеҙ ине!»
Артистарыбыҙ ҡояшлы ҡаҙағстандан йылы тәьҫораттар менән генә ҡайтты. Әле улар 26 июндә – Астанала, 16 июлдә Карагандала үтәсәк яҡташтар менән осрашыуҙарға әҙерләнә.
С. Йәрмиев.