31.05.2011 Ирекле йәштәр дружинаһы әүҙем үҫешә
Йәштәр дружинаһы темаһы «БР-ҙа тәртип һаҡлау органдары менән хеҙмәттәшлек итеүсе ирекле йәштәр дружинаһын булдырыу һәм уның эшмәкәрлегенең ғәмәли аспекттары» тип аталған «түңәрәк өҫтәл» артында тикшерелде.
Унда ҡатнашыусыларҙың фекеренсә, йәштәр дружинаһы йәмәғәт тәртибен һаҡлау эшендә хоҡуҡ һаҡлау органдарына енәйәттәрҙе иҫкәртеү һәм уларҙы тикшереү эшендә ярҙам күрһәтә ала, шунлыҡтан Дәүләт Думаһы тарафынан ирекле йәштәр дружинаһы тураһында закон ҡабул ителергә тейеш.
Туймазы районы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Ринат Зарипов районда йәштәр дружинаһы эшмәкәрлегенең нисек ойошторолоуы менән уртаҡлашты: дружиналар 2005 йылда уҡ барлыҡҡа килгән, һәм бөгөн уларҙың рәтендә юғары һәм махсус урта уҡыу йорттары студенттары иҫәбенән 100-ләп егет бар. Дружинаға эләгеү өсөн егеттәр йәш буйынса һайлап алына һәм стресҡа ҡаршы тора алыу буйынса тест үтә. Улар аҙнаһына бер тапҡыр киске сәғәт 6-нан 9-ға тиклем йәмәғәт урындарында тәртип һаҡлай.
«Түңәрәк өҫтәл» барышында күрһәтелгән тәҡдимдәр проектын эшләп еткереү һәм дәүләт органдарының, йәмәғәт ойошмаларының көс-тырышлығын артабан координациялау өсөн эшсе төркөм булдырылды. Уны БР Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Марат Мәрҙәнов етәкләйәсәк.
Р. БАЙЫШЕВА.