31.05.2011 Һәр йөрәктең үҙ уйы
«Бала иң бөйөк ҡиммәт булырға тейеш», – тине Башҡортостан Республикаһының Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Милана Скоробогатова Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан журналистар менән ойошторолған осрашыуында.
Балалар омбудсмены фекеренсә, бының өсөн иң элек ғаилә имиджын күтәреүгә йүнәлтелгән берҙәм сәйәсәт булдырыу зарур. Сөнки бала ғаиләлә үҙен бәхетле һәм һәр яҡлап та яҡланған итеп тойорға тейеш.
Һөйләшеү барышында балаларҙы ғаиләләргә урынлаштырыу кеүек мәсьәләләр ҙә күтәрелде. Милана Марат ҡыҙы, тәрбиәгә биргәндә сабый быға үҙе әҙер булырға тейеш, тип иҫәпләй. Ни өсөн тигәндә, бәләкәй генә йөрәктең дә үҙ уйы, үҙ ҡарашы бар, ти ул. Ысынлап та, бала өсөн дәүләт күтәргән лозунгылар мөһим түгел. Ул ғаиләгә барырға үҙе атлығып торорға тейеш. Ә был теләкте тик профессиональ кадрҙар ғына уята ала. Был оҫталыҡ иң элек патронат тәрбиәселәрҙән талап ителә. Сөнки бала өсөн тәүге өс йыл ҡатмарлы адаптация осоро тип баһалана.
Милана Марат ҡыҙы структурала белгестәр етешмәүенә лә борсолоу белдерҙе. Ниндәй һорау менән йышыраҡ мөрәжәғәт итәләр, тигән һорауға торлаҡ мәсьәләһен атаны. Был проблема менән балаларҙың үҙҙәренә ҡарағанда күберәк законлы вәкилдәре мөрәжәғәт итә икән.
Р. КҮСЕМХАНОВА.