28.05.2011 Бөтә Рәсәй күргәҙмәләр үҙәгендә республикабыҙҙың презентацияһы үтте
Мәскәүҙә, Бөтә Рәсәй күргәҙмәләр үҙәгендә, «Рәсәйҙең бәләкәй һәм урта бизнесы көндәре – 2011» федераль күргәҙмә-конгресс сараһында Башҡортостан Республикаһының презентацияһы үтте.
Унда БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев форум ҡунаҡтарын республиканың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү өлкәһендәге ҡаҙаныштары менән таныштырҙы, ҡатнашыусыларға бәләкәй бизнес өсөн төп инфраструктура проекттары һәм бөгөн төбәктең эшҡыуарлыҡ структуралары файҙалана алырлыҡ мөмкинлектәр хаҡында һөйләне, республиканың туристик-рекреацион ресурстарына, донъялағы алдынғы туризм үҙәктәренән ҡалышмаған бай һәм төрлө туристик программалары һәм йүнәлештәре булыуына баҫым яһаны.
Бөтә донъяға билдәле «Le petit fute» белешмәләрен нәшер итеүсе Пьер-Кристиан Броше әфәнде төбәк буйынса өс көнлөк сәфәре барышында үҙе өсөн Рәсәй туристарының ғына түгел, сит ил халҡының да иғтибарын йәлеп итерлек үҙенсәлекле тәбиғәте, тарихи-мәҙәни һәм архитектура ҡиммәттәре булған территорияны асыуын билдәләне. Һүҙен йомғаҡлап, ул күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә беҙҙең республикаға барыуҙарын теләне, шулай уҡ яҡын арала Башҡортостан буйынса «Le petit fute» белешмәһен сығарырға вәғәҙә бирҙе.