28.05.2011 Академияла – яңы етәксе
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәген Рәсәй Фәндәр академияһының Нефть химияһы һәм катализ институты директоры, химия фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Усеин Джемилев етәкләйәсәк.
Фәнни йәмәғәтселек тәҡдим иткән кандидатураны Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең дөйөм йыйылышына килгән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та хупланы.
Сарала билдәләнеүенсә, Өфө ғилми үҙәгенең һәм республиканың академик фәненең 60 йыллыҡ тарихында юғары етәкселәр бер ҡасан да дөйөм йыйылыштарҙа ҡатнашмаған.
– Беҙҙең өсөн был оло хөрмәт, был беҙҙе ҡанатландыра, – тине Усеин Джемилев.