07.09.2010 әгәр ниндәйҙер мәсьәлә борсоһа...
БР Йәмәғәт палатаһының йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлеге граждандарҙы үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә саҡыра. Палата рәйесе Әсғәт Ғүмәровҡа алдан яҙылып инергә мөмкин, ә комиссиялар рәйестәре граждандарҙы һәр эш көнөндә тәғәйен ваҡытта ғына ҡабул итә.
Социаль сәйәсәт һәм мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе Рәшиҙә Солтанова – һәр дүшәмбе, иҡтисад, йүнселдәргә ярҙам һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе Владимир Шолом һәр шишәмбе һайын ҡабул итә.
Шаршамбыла – регламент, закондар сығарыуҙы камиллаштырыу, граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм этика мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе Иван Данилинға, кесе йомала – фән, мәғариф һәм йәштәр сәйәсәте мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе Фирҙәүес Хисамитдиноваға, йомала милләт-ара мөнәсәбәттәр, намыҫ азатлығы һәм мәғлүмәт сәйәсәте комиссияһы рәйесе Азамат Юлдашбаевҡа мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
ҡабул итеү ваҡыты – иртәнге сәғәт 10-дан 16-ға тиклем.
Адрес: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 50, Нефтселәр мәҙәниәт һарайы, 212-се бүлмә (Крупская урамы яғынан инергә), тел. 276-21-67.