24.05.2011 Әбейҙәр ҙә «аська»ла аралашмаҡсы
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән беҙҙә ололар өсөн махсус халыҡ университеты булдырылды. Был хаҡтағы ҡарарға БР Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.
Республика программаһы оло йәштәге кешеләрҙең йәшәү кимәлен яҡшыртыу маҡсатында ҡабул ителде. Программа ололарҙы заманса тормошҡа яраҡлаштырыу, уларҙы өҫтәмә уҡытыу маҡсатын ҡуя. Уға ярашлы, өлкәндәр компьютерҙы, инглиз телен өйрәнеү, ғаилә психологияһы нигеҙҙәрен көнкүрештә файҙаланыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Шулай уҡ ҡәҙерле олатай-өләсәйҙәребеҙ шәхси гигиена, һаулыҡты нығытыу, физкультура буйынса ла белемен арттырасаҡ.
Уҡыу дисциплиналары республика район һәм ҡалаларында йәшәгән оло йәштәге кешеләр менән һөйләшеп-кәңәшләшкәндән һуң ҡабул ителде. Бындай уҡыуҙар Туймазы, Салауат ҡалаларында, Өфөнөң Совет районында быға тиклем дә ойошторола ине. Ошо көнгәсә халыҡ университеты өсөн бюджеттан аҡса бүленмәне. Хәҙер был йүнәлеш тағы ла күберәк оло кешене йәлеп итәсәк.
Тәжрибә күрһәтеүенсә, оло йәштәге кешеләр белемгә, заман технологияларын аңларға ынтыла. Халыҡ университеттары шулай уҡ ололарҙың бер-береһе менән аралашып йәшәүенә лә булышлыҡ итәсәк.
Лилиә СИРАЕВА.