21.05.2011 Әгәр Президентҡа һорауың булһа
23 майҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика халҡының һорауҙарына яуап бирәсәк.
Республика башлығы менән «тура бәйләнеш» ике сәғәт дауамында – киске сәғәт 7-нән 9-ға тиклем барасаҡ. Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә күсмә телевизион станциялар эшләйәсәк. Граждандар менән диалог «Спутник FМ» радиостанцияһы аша ла тапшырыласаҡ.
Әлеге ваҡытта Рөстәм Хәмитовҡа һорауҙар ҡабул ителә башланы. Уларҙы Башҡортостан юлдаш телевидениеһының рәсми сайтында – http:/tv-rb.ru/ – бирергә мөмкин. Президенттың телекүпер режимында халыҡ менән аралашыуы беренсе тапҡыр үтәсәк.