17.05.2011 Әлегә Балыҡ тоторға ярамай
Башҡортостан территорияһында 10 июнгә тиклем балыҡ тотоу тыйылды.
Сөнки әле балыҡтарҙың ыуылдырыҡ сәсеү осоро бара. Шунлыҡтан республикалағы бөтә һыу ятҡылыҡтарын да вертолеттар ярҙамында күҙәтеү аҫтында тоталар.
Патруль машиналары бер нисә браконьерҙы эләктергән дә инде. Бер балыҡсы «Өфөводоканал» янында ау менән 19 килограмм балыҡ тотҡан, күберәк эләктергәндәре лә бар. Ағиҙел йылғаһында ла рөхсәт ителмәгән ҡорамалдар ярҙамында балыҡ тотоу менән шөғөлләнгән кешеләр осрап ҡына тора.
Л. МӨЛӨКОВА.