17.05.2011 Донъя яңылыҡтары
Тәҡдимдәр – интернет аша
РФ Дәүләт Думаһы социаль әһәмиәтле закон проекттарын интернетта урынлаштырып, граждандарҙың фекерҙәрен почта аша аласаҡ.
Иң беренсе булып интернетты көйләү буйынса закон проекты халыҡ хөкөмөнә сығарыласаҡ. Әлегә был эш тәжрибә рәүешендә генә булһа, киләсәктә законлы рәүештә нығытыласаҡ.
Түләүҙәр бөтөрөлә
Рәсәйҙең Хөкөм башҡарыу федераль хеҙмәте 2012 йылдан хеҙмәткәрҙәре өсөн отпуск түләүҙәренән баш тартасаҡ.
Уларға ял итеү урындарына барғанда юл хаҡын түләмәйәсәктәр. Был хаҡта хеҙмәткәрҙәр иҫкәртелгән дә инде. Шуға ла хөкөм язаһын үтәү урындарында эшләгәндәр күпләп ял итеү урындарына путевкалар ала башлаған. Етәкселек белдереүенсә, аттестация үтә алмаған хеҙмәткәрҙәр ялға китә алмаясаҡ.
Яңы ғәскәр булдырыла
Быйыл 1 декабрҙә Рәсәй ҡораллы Көстәре сафында һауа-йыһан оборона ғәскәрҙәре булдырыласаҡ.
Ул һауаға һәм ракетаға ҡаршы оборонаны тәьмин иткән махсус тәғәйенләнештәге командование базаһында төҙөләсәк. Уның маҡсаты – илдең һауа-йыһан киңлегендә именлекте тәьмин итеү.
АЭС-тың эше туҡтатыла
Токионың көньяҡ-көнбайышында 200 саҡрымда урынлашҡан «Хамаока» атом электр станцияһының эше туҡтатылған.
Атом реакторын туҡтатыу уның ҡурҡыныс зонала урынлашыуы менән бәйле. Сейсмологтар мәғлүмәте буйынса, 30 йыл эсендә атом станцияһы районында 8 магнитуда ҡеүәтендә ер тетрәүе мөмкин. Үткән аҙнала Япония ярҙарында сираттағы 6,2 ҡеүәтендә ер тетрәү теркәлгән.
З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.