17.05.2011 Төбәк башлығы нефтекамалар менән танышты
Республика башлығы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Нефтекамала булды.
Ул ҡала хакимиәте башлығы Владимир Громов менән осрашты, ҙур предприятиеларҙа етәкселәр һәм эшселәр менән аралашты. Шулай уҡ ҡаланың мәктәп-интернаты һәм Нефтекама машиналар эшләү колледжы менән танышты.