17.05.2011 Өс һөйләм менән
17 – 19 майҙа Башҡортостанда «Мин – йәш» республика йәштәр мәғариф форумы үтә. Уны «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе ярҙамында «Йәш Рәсәй» Бөтә Рәсәй ижтимағи хәрәкәтенең Башҡортостан бүлексәһе ойоштора. Форумда республиканың йәштәр хәрәкәте лидерҙары, РФ Дәүләт Думаһы, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаттары, дәүләт власы һәи ижтимағи ойошмалар вәкилдәре ҡатнаша.
Халыҡ-ара балалар ышаныс телефоны көнө уңайынан, бөгөн БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы «түңәрәк өҫтәл» ойоштора. Уның темаһы – «Балалар менән ҡаты мөғәмәлә итеүҙе профилактикалау формаһы булараҡ ышаныс телефоны аша экстрен психологик ярҙам күрһәтеү». Уның сиктәрендә республика ышаныс телефондарының эшен яҡшыртыу, балаларҙың хоҡуҡтарын, уларҙы социаль яҡлау мәсьәләләре буйынса һөйләшеү ҡаралған.
Башҡортостан йылытыу миҙгелен уңышлы тамамланы. РФ Төбәктәр үҫеше министрлығы төбәктәрҙә 2010 – 2011 йылдарҙа көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек һәм үткәреү буйынса башҡарма власть органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге буйынса йомғаҡ яһаны. Был исемлектә республикабыҙ почетлы икенсе урынды биләй.
100-ҙән ашыу проводник Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлегенең уҡыу үҙәгендә әҙерлек үтте. Улар араһында йәйге каникул ваҡытында поезда проводник булып эшләргә теләүсе студенттар ҙа бар. Улар пассажирҙар менән аралашыу ҡағиҙәләрен, вагондарҙың ҡоролошон һәм йыһазландырылышын, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү курсы үтте.
Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында күрше республикала йәшәүсе башҡорт балаларының III сәнғәт фестивале үтте. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Румил Аҙнабаев, билдәле яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева, музыканттар, йырсылар ҡатнашты. Фестивалдә баш ҡаланың 140-сы башҡорт гимназияһы уҡыусылары ҙур концерт программаһы менән сығыш яһаны, сарала шулай уҡ ҡаҙан, Яр Саллы, Түбәнге Кама уҡыусылары ҡатнашты.
БР Президенты ҡарамағындағы Башҡорт дәүләт һәм идара итеү академияһында республика баҫмаларының һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррирҙәре ҡатнашлығында «түңәрәк өҫтәл» үтте. Осрашыуҙың темаһы: «Дәүләт власы органдарының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре тарафынан киң мәғлүмәт сараларында баҫыу өсөн материалдар әҙерләү үҙенсәлеге». Осрашыуҙа «Республика Башкортостан» гәзитенең баш мөхәррире Татьяна Сырвачева, «Молодежная газета»ның баш мөхәррире Ярослава Голобородько, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррир урынбаҫары Алик Шакиров, «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе Илдар Аҡъюлов һәм башҡалар ҡатнашты.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.