14.05.2011 Өй һалыу ғына аҙ, ағас та ултырт!
14 майҙа Башҡортостанда ағас ултыртыу сараһы үтә. Унда теләгән бер кеше ҡатнашып, республикабыҙҙы йәшелләндереүгә үҙ өлөшөн индерә ала.
Бындай саралар Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә ойоштороласаҡ. Урман хужалығы федераль агентлығы 14 майҙы Милли урман ултыртыу көнө итеп иғлан итте. Шуға ла был көндө урмансылыҡтарҙа эштәр әүҙем барасаҡ. Урмансылар был эште ойоштороу менән туранан-тура шөғөлләнһә, урындағы хакимиәттәр башлыҡтары сараны ойоштороуға ҙур ярҙам күрһәтергә бурыслы.
Л. СОЛТАНОВА.