14.05.2011 20 майҙа сәсеү тамамланырға тейеш
Башҡортостанда ярауай культуралар сәсеүҙе 20 майға тиклем бөтөрөргә планлаштыралар. Иртә яҙғы сәсеүгә бүленгән майҙандың яртыһында эш тамамланған. ҡалған баҫыуҙарға киләһе аҙна эсендә иген сәсергә кәрәк.
Республиканың ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев билдәләүенсә, яҙғы сәсеү эштәрен тамамлап, техниканы химик утауға әҙерләүҙе лә аҙағына еткереп ҡуйырға кәрәк. Оҙаҡларға ваҡыт юҡ – алда сәселгән майҙандарҙы тәрбиәләү эше көтә.
Шөкөр, әле республикала яҙғы сәсеү эштәрен алып барыу өсөн ваҡыт бик уңайлы – тупраҡтың дымлылығы нормала. Көн дә ул тиклем һалҡын, йә булмаһа, эҫе түгел. Метеорологтар 16 майҙан һуң көндәрҙең йылына башлаясағын фаразлай. Әммә был осорҙа ямғырҙар ҡамасауламаясаҡ. Ә дөйөмләштереп алғанда, май айында һауа температураһы уртасанан юғарыраҡ буласаҡ, тип билдәләйҙәр. Ямғыр ҙа уртаса кимәлдән артығыраҡ яуасаҡ.
Әлбиттә, ауыл хужалығына көн торошо ҙур йоғонто яһай. Тик шулай ҙа унда техникаһы ла, эшсе көстәре лә, матди саралар ҙа кәрәк. Шуға ла аграрийҙар дәүләт биргән ярҙамдан баш тартмай. Бөгөн яғыулыҡ-майлау материалдарының хаҡы 30 процентҡа кәметелгән. Республика хөкүмәте орлоҡ, фураж, техника, ашлама алыуға аҡса бүлде. Тоҡомсолоҡ менән шөғөлләнеүсе хужалыҡтарға 150 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.