14.05.2011 «Йәшәү кимәлен күтәреү юлдарын табырға», –
Республика Президенты муниципаль берәмектәр һәм ҡала округтары етәкселәре алдына шундай бурыс ҡуйҙы
Республика Хөкүмәтенең «Башҡортостан халҡының килемен һәм фәҡирлеген дифференциациялауҙы кәметеү буйынса саралар тураһында» тигән темаға ултырышында төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов, фәҡирлек – йәмғиәтебеҙҙең иң етди проблемаларының береһе, тип билдәләне.
Республикала үткән йыл йомғаҡтары буйынса фәҡир йәшәгән кешеләр һаны артҡан – халыҡтың яҡынса 12 процентының, ә был ярты миллион кеше, килеме йәшәү минимумынан түбән. Һәр алтынсы ғаилә ауырлыҡ менән кейем-һалым һатып ала, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәренә түләй. Һәр икенсе ғаилә телевизор, саң һурҙырғыс, башҡа көнкүреш техникаһын һатып ала алмай. Күптәр ғаиләһе астан үлмәҫлек кенә аҡса эшләй. Был йәмғиәтте тарҡатыу көсөнә эйә – һөҙөмтәлә ҡиммәттәр системаһы юғала.
– Наҡыҫ эш хаҡы алып эшләгән уҡытыусы баланы нимәгә өйрәтә, табип ауырыуҙы нисек дауалай ала? – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.
Һәм шундай һығымта яһаны: белемле кешеләр фәҡирлектән сыға алмағас, был беҙҙең йәмғиәт һәм дәүләт механизмдарының тейешенсә эшләмәүен күрһәтә.
Рөстәм Хәмитов был проблеманы хәл итеү юлдарын билдәләне. Атап әйткәндә, эш хаҡын күтәреү кәрәклегенә күрһәтте. 2015 йылға тиклемге осорҙа ойошмалар хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы кимәлен күтәреү буйынса саралар планын эшләргә бурыслы. Был план буйынса эш хаҡы йыл да кәмендә 15 процентҡа арта барырға тейеш.
Республика башлығы Башҡортостан халҡының йәшәү кимәлен күтәреү буйынса сараларҙың бойомға ашырыла башлауын билдәләп үтте: үткән йылдың 1 авгусынан мәктәпкәсә мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт хаҡына ай һайын түләнелә торған өҫтәмәләр билдәләнде. 1 ғинуарҙан бюджет хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт хаҡы 6,5 процентҡа күтәрелде. Хәҙер республикала минималь эш хаҡы кимәле 5,5 мең һумға барып еткән.
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе ҡушыуы буйынса 1 сентябрҙән уҡытыусыларҙың эш хаҡы тағы ла артасаҡ. Был маҡсатта федераль бюджеттан – 750 миллион, республика ҡаҙнаһынан 350 миллион һум аҡса бүленәсәк. 2013 йылға медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 30 процентҡа күтәреләсәк.
– Һис һүҙһеҙ, яңы эш урындарын булдырыу, эш хаҡын күтәреү, бәләкәй бизнес өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыу мөһим, – тигән бурыс ҡуйҙы Президент муниципаль берәмектәр һәм ҡала округтары алдына.
Р. БАЙЫШЕВА.