14.05.2011 Беҙҙә лә бензин ҡиммәтләнде
10 майҙан «Башнефть» һәм «Башкирнефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәренең автозаправкалау станцияларында яғыулыҡҡа ваҡлап һатыу хаҡы үҙгәрҙе.
Бензиндың хаҡы уртаса 2,4 процентҡа артты. «Премиум Евро – 95» маркаһындағы бензиндың бер литрына хаҡ – 25,7, «Регуляр Евро – 92»-нең бер литрына – 23,7, «Нормаль – 80»-декенә 22,6 һум тәшкил итә. «Евро» маркалы дизель яғыулығының һәм «Супер – 98» маркалы бензиндың хаҡы үҙгәрмәне.
Был хәлде «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкилдәре мотор яғыулығы етештереүҙә файҙаланылыусы сеймалға хаҡтар формалашыуын билдәләүсе нефттең дөйөм донъяла ҡабул ителгән хаҡтарының артыуына бәйле тип аңлата.