14.05.2011 Яраланыусыларға – ярҙам
4 –10 майҙа Чечняның Урус-Мартан районында хәрби бурысын үтәгәндә РФ Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәренең махсус тәғәйенләнештәге «Булат» отрядының алты хәрби хеҙмәткәре төрлө дәрәжәләге йәрәхәттәр алғайны.
Хәрби хәрәкәттәрҙә йәрәхәт алған яҡташтарыбыҙҙы республика иғтибарһыҙ ҡалдырмаясаҡ. Президент Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған бойороҡҡа ярашлы, уларға Башҡортостан бюджетынан матди ярҙам күрһәтеләсәк.