14.05.2011 Өс һөйләм менән
Ошо көндәрҙә Парижда ЮНЕСКО-ның штаб-квартираһында ойошманың Башҡарма советының 186-сы сессияһы үтә. Уның эшендә Рәсәй делегацияһы составында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, БР-ҙың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина ҡатнаша. ЮНЕСКО етәкселеге вәкилдәре менән осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО ойошмаһы менән артабанғы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре лә ҡараласаҡ.
2005 йылда төҙөлгән уҡыусылар менән алмашыу буйынса килешеүгә ярашлы, Өфөгә Германияның Айслинген ҡалаһының Эрих Кестнер исемендәге гимназияһынан 23 уҡыусы һәм уларҙың уҡытыусылары килде. Уларға ҡала һәм республика буйлап экскурсиялар ойошторола. Быйыл сентябрҙә Өфө уҡыусыларының да Германияға ошондай уҡ яуап сәфәре планлаштырыла.
Былтыр Өфө ҡалаһы бюджетынан мәғариф системаһын финанслауға 5,5 млрд һум аҡса бүленгән, шул уҡ ваҡытта милли хәүефһеҙлеккә һәм хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлегенә ҡала 11 тапҡырға әҙерәк, барлығы 503 млн һум аҡса тотонған. Мәғариф өлкәһе ҡала бюджетының 35 процентын «йотһа», торлаҡ-коммуналь хужалығы ла байтаҡ ҡына сығым (3,9 млрд һум) талап иткән. Дөйөм алғанда, 2010 йылда Өфө ҡалаһы бюджетының килемдәре – 15,9 млрд һум, ә сығымдары 15,5 млрд һум тәшкил иткән.
17 майҙан 20 майға тиклем Өфө ҡалаһында «УралЛегПром» 12-се махсуслаштырылған күргәҙмә-йәрминкәһе үтә. Унда республиканың һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 130-ҙан ашыу еңел һәм текстиль сәнәғәте етештереүсеһе ҡатнашасаҡ. Күргәҙмә барышында ҡатнашыусы предприятиелар араһында «Йыл яңылығы» смотр-конкурсын үткәреү ҙә планлаштырылған.
Күмертау ҡалаһында «Алтын сапсан» балалар һәм үҫмерҙәр ижады Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсы асыла. Конкурс «Европа өмөтө» халыҡ-ара фестиваль хәрәкәте эгидаһы аҫтында, «Берҙәм Рәсәй» партияһы ярҙамы менән ойошторола. Өс көн дауамында ижади конкурста ҡатнашыусылар вокал, хореография һәм декоратив-биҙәү сәнғәте номинациялары буйынса көс һынашасаҡ.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.