10.05.2011 Халыҡ фронты ойошторола
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин кисекмәҫтән Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәләрен ойошторорға ҡушты.
«Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе лидеры был уйы менән Волгоградта төбәк-ара конференцияла уртаҡлашҡайны. Владимир Путин фекеренсә, «Берҙәм Рәсәй»ҙән РФ Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидатуралар һайлап алыуҙа партия ағзалары йә уның яҡлылар ғына түгел, ә профсоюз, ҡатын-ҡыҙҙар, йәштәр һ.б. ойошмалар ағзалары ла ҡатнашырға тейеш. Бөтә Рәсәй халыҡ фронты иһә илде модернизациялауҙың көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүгә ҡушылырға әҙер торған ижтимағи һәм сәйәси көстәрҙең, ил граждандарының берләшеүен тәьмин итәсәк.