30.04.2011 Дания беҙгә ярҙам итәсәк
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов РФ Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин етәкселегендәге Рәсәй Федерацияһы рәсми делегацияһы составында Дания Короллегендә булды.
Эш сәфәре барышында Копенгагенда Рәсәй менән Данияның төрлө өлкәләрҙә сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлеге перспективалары тураһында һөйләшеүҙәр үтте.
Рәсми саралар сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы һәм «Danfoss A/S» компанияһы араһында энергияны һаҡсыл файҙаланыу һәм бюджет өлкәһенең, торлаҡ фондының, иҡтисад тармаҡтарының, тәү сиратта, энергетика, капиталь төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарының энергетика һөҙөмтәлелеген күтәреү өлкәһендә хеҙмәттәшлек булдырыу маҡсатында төҙөлгән килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Килешеүгә ярашлы, яҡтар «Danfoss» компанияһының «Йылы йорт. Энергияны мөғжизәһеҙ һаҡлау» проектын берлектә эшләү башланғысын хуплай. Проекттың маҡсаты – торлаҡ биналарға һәм республика йәки муниципаль милектәге биналарға модернизация, реконструкция һәм капиталь ремонт үткәргәндә һыналған, иҡтисади яҡтан отошло энергияны һаҡлау технологияларын комплекслы ғәмәлгә индереү. Был проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн сит ил, шул иҫәптән Скандинавия банкылары средстволарын йәлеп итеү планлаштырыла.