RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Тыуырға һ. 4-се». Айышына Төшөнә алаһыңмы?

04.09.2010 «Тыуырға һ. 4-се». Айышына Төшөнә алаһыңмы?

Баш ҡалабыҙҙың Р. Зорге урамынан иртәнсәк эшкә «Матбуғат йорто» туҡталышына (һәм кисен эштән һуң кирегә табан) тиклем барып етер өсөн трамвай көтә-көтә һуш алына торғайны. Шунлыҡтан һуңғы ваҡытта эшкә һәм эштән Октябрь проспектынан йөрөргә булдым. Һәм ошо ҡарарыма һаман да ҡыуанып бөтә алмайым. ҡайһылай рәхәт: туҡталышҡа килеп, бер-ике минут та тормайһың, алдыңа НефАЗ-дар, ПАЗ-иктар, ГАЗелдәр, «Мерседес»тар, троллейбустар бер-бер артлы килеп тә туҡтай, хатта, ҡайһыһына ултырырға, тип һайланаһың. Мин, әлбиттә, юл хаҡы 6 һумлыҡ 272-се, 290-сы маршрут автобустары менән йөрөргә тырышам. НефАЗ-дарға иртәле-кисле 15-әр һум, йәғни көнөнә 30-ар һум түләгәнсе, 12-шәр һум ғына түләүең күпкә отошлораҡ бит. Хатта иң ышанысһыҙ һаналған трамвайҙа ла (сөнки уларҙың көн һайын булмаһа ла, көн аша тип әйтерлек ниндәй ҙә булһа сәбәп менән ары китә алмайынса туҡтап ҡалыуы бик ныҡ маҙаға тейгән), шул иҫәптән троллейбуста ла билет хаҡы 9 һум тора. Шундай һайлау мөмкинлеге булғанда, ысынлап та, ниңә һайланмаҫҡа ти?!
Әлбиттә, берәй кәңәшмәгә, конференцияға ашыҡҡаныңда 6 һумлыҡ автобусты көтөп тороп булмай – тәү осрағанына ултырыу яғын ҡарайһың. Шулай, сираттағы кәңәшмәнән һуң эшкә тиклем 285-се маршрут буйынса йөрөгән ЕМ 297 дәүләт номерлы ПАЗ-икка ултырырға тура килде. Авто­бустың «маңлай»ына һәм эстән ишектең һул яғына ҡуйылған маршрут табличкаһында аҡҡа ҡара һәм ҡыҙыл менән яҙылған туҡталыштар исемлегенең башҡортса тәржемәһен уҡып, бөтә салонға саҡ ҡысҡырып көлөп ебәрмәнем: «Тыуырға һ. 4-се» – «Роддом N 4». Нимә аңлата икән һуң ул «Тыуырға һ.» тигәне?
Артабанғы туҡталыштар исеме лә төптө килешһеҙ: «Актер һ.» – «Дом актеров»; Эшсе хәбәр. – Рабселькоров...
Профессиональ тәржемәселәр ярҙамына мөрәжәғәт итмәү бына бит нимәгә килтерә!

Р. МӘХИЙӘНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә