23.04.2011 Ағиҙел буйында яңы ауыл төҙөлә
Тиҙҙән Башҡортостанда яңы ауыл барлыҡҡа киләсәк. Республика парламенты ошо турала закон проектын ҡараны. Депутаттар ҡарамағына Белорет районының Сермән ауыл биләмәһендә яңы тораҡ пунктын төҙөү хаҡында мәсьәлә ҡуйылды.
Яңы ауылдың Иҙел тип аталыуы күҙаллана. Белорет районы советы рәйесе Евгений Карепанов әйтеүенсә, Сермән ауыл биләмәһе тиҙ үҫешә, йәштәр ҙә күпләп ауылда ҡала. Һуңғы ваҡытта йыл һайын унда ике тиҫтәләп йәш ғаилә ҡорола, 60-лаған бала тыуа. Шунлыҡтан Сермән ҡаршыһында Ағиҙелдең һул ярында тағы бер ауылға нигеҙ һалырға ҡарар ителә. Бында 472 йорт, мәктәп, балалар баҡсаһы, спорт-һауыҡтырыу, сауҙа-көнкүреш комплекстары төҙөү планлаштырыла. 2040 йылда яңы ауылда 1500 кеше йәшәйәсәге, мәктәптә 400-ҙән ашыу бала уҡыясағы һәм балалар баҡсаһына 150-нән ашыу бала йөрөүе күҙаллана.
Яңы тораҡ пунктын төҙөүгә иҡтисади яҡтан да сәбәптәр бар. 2003 йылда был тирәлә ҡара мәрмәр ятҡылығы табылған, базальт сығарыу эше лә бара.
А. ЗИННУРОВА.