RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Башҡортостан – нанотехнологиялар төбәге

23.04.2011 Башҡортостан – нанотехнологиялар төбәге

Башҡортостан – нанотехнологиялар төбәгеБашҡортостанда «Роснано» йәмғиәте идараһы рәйесе Анатолий Чубайс етәкселегендә делегация булып китте. Ике көн дауам иткән эш сәфәрендә Мәскәү ҡунаҡтары республиканың байтаҡ предприятие­һында булырға өлгөрҙө.
Өфө дәүләт авиация техник университетында Башҡортос­тандың наноиндустрия тармағына арналған проекттар күргәҙмәһе ойошторолғайны. Экспозиция 15 стендтан тора һәм проекттарҙың күбеһе иҡтисадтың төрлө өлкәһендә нанотехнологиялар ҡулланып бойомға ашырыла ла башлаған.
Республика Президентын технологик ҡорамалдар деталдәре өҫтөн ҡаплау өсөн һаҡлаусы наноструктуралы продукция етештереү проекты ҡыҙыҡһындырҙы. Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, был технологияны республикала гидроэнергетика ҡорамалдары етештереүҙә файҙаланырға мөмкин.
Делегация вәкилдәре «Салауатбыяла» йәмғиәте әҙерләгән флоат-быяла етештереүҙе киңәйтеү һәм энергияны әҙ тотоноу­сы, ҡояштан һаҡлаусы быяла барлыҡҡа килтереү тураһында проектты ҡыҙыҡһынып ҡараны. Был проектты фәнни-техник совет раҫлаған, уны тормошҡа ашырыу өсөн 22,7 миллиард һум аҡса талап ителә. Шулай уҡ «Роснано» етәкселеген турбореактив ике контурлы двигатель өсөн наноструктуралы конструкция материалын ҡулланып эшләнәсәк вентилятор көрәге тураһындағы проект йәлеп итте. Уны Рәсәй Фәндәр академияһының Өфөләге металдарҙың юғары һығылмалылығы проблемалары институты менән «Иннотехпром» йәмғиәте әҙерләй. Проекттың тулы хаҡы 1200 миллион һумға төшәсәк. Бойомға ашырыу ваҡыты 2012 – 2014 йылдарға тәғәйенләнгән. Вентилятор авиацияла ҡулланыласаҡ. Әйткәндәй, институттың был тармаҡ өсөн йәнә бер мөһим проекты бар.
Өфө машиналар эшләү берекмәһенең газ турбиналы техника өсөн етештереләсәк ҡорамалдар проекты ла иғтибарға лайыҡ. Ул ӨДАТУ ғалимдары ҡатнашлығында әҙерләнә. Делегация предприятиеға махсус килеп, ундағы эш барышы менән дә танышты.
Күргәҙмәлә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡыҙыҡлы проект та тәҡдим ителде. Баш ҡаланың «Жеспар-биос» йәмғиәте нанокомплекстар (ябай тел менән әйткәндә, кремдың йоғонтоһон көсәйтеүсе нанокиҫәксәләр) нигеҙендә эшләнгән косметика линияһы сығарыуҙы ойошторорға йыйына. Дөйөм алғанда, күргәҙмә бик бай ине. Уны Мәскәү делегацияһы ентекләп ҡараны. Беҙҙең республиканы ысын мәғәнәһендә инновация биләмәһе тип атарға мөмкин. Шуны ла билдәләргә кәрәк: БР хөкүмәте ҡарамағында Президент Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге фәнни-техник һәм инновация сәйәсәте буйынса совет эшләй. Нанотехнологиялар буйынса эшсе төркөм дә булдырылған.
Анатолий Чубайсты теләһә ҡайһы төр металл һәм иретмәләрҙән деталдәр эшләү өсөн яңы быуын электр химияһы станоктары етештереү предприятиеһы менән дә таныштырҙылар. «ЕСМ» йәмғиәте «Роснанотех» дәүләт корпорацияһы булышлығында 2010 йылдың декабрендә асылған. Ул саҡта ойошторолған телекүпер аша Анатолий Чубайс был наноетештереүҙе башлау ватан станоктар төҙөлөшөндә ысын ҡаҙаныш икәнен белдергән.
«Роснано» идараһы рәйесе әйтеүенсә, илдә 2015 йылға наноиндустрия күләме 900 миллиард һум тәшкил итергә тейеш.
Өфөнөң Конгресс-холында нанотехнологиялар һәм наноиндустрия үҫеше мәсьәләләренә арналған кәңәшмә лә үтте. Унда, БР Президенты, «Роснано» делегацияһынан тыш, БР хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары Юрий Пустовгаров, Владимир Балабанов, БР сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Роберт Ваһапов, ҡануниәт һәм башҡарма власть, фәнни, эшлекле даирә вәкилдәре ҡатнашты. Башҡортостан менән «Роснано» йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу республика ғалимдары, тикшеренеүселәренең инвесторҙар менән бәйләнешен булдырыуға ла булышлыҡ итәсәк, тип һығымта яһалды саралар һуңында.
А. ЗИННУРОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә