23.04.2011 «Бергә беҙ – көс!»
Бөгөн Өфөнөң Урмансылар паркында ошо исемдә экологик өмә үтә. Сараны БР Урман хужалығы һәм Өфө урмансылығы булышлығында Башҡортостан йәштәр яҡташтар ойошмалары ассоциацияһы ойоштора. Өмәлә ҡатнашыусылар ҙа – студенттар, йәш белгестәр.
Ассоциация рәйесе Илнур ҡотләхмәтов һүҙҙәренсә, был өмә йәштәрҙең тирә-яҡ мөхит торошона ҡарата яуаплылығын күтәреү маҡсатын ҡуя. «Ошондай саралар менән беҙ тораҡ пункттарҙа йәшәү мөхитен яҡшыртабыҙ, ҡала күркәмлеге кимәлен арттырабыҙ», – ти ул.
Өмәлә ҡатнашырға теләүселәр паркка сәғәт дүрттә йыйыла.
Әйткәндәй, бөтөн республикабыҙ буйынса экологик өмәләр дауам итә. Унда битараф булмаған һәр кем ҡатнаша ала.