23.04.2011 Хәүеф юҡ
Башҡортостанда иң ҙур ташҡын 27 апрелдә көтөлә. Был көнгә тиклем һыу таша барып, һуңынан кәмей башлаясаҡ.
Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре биргән мәғлүмәттәр буйынса, ташҡын беҙҙә әллә ни көслө булмаясаҡ. Әле ямғырҙар яуып, бер аҙ ҡурҡытһа ла, һыу иң күбе ярты метрға ғына күтәреләсәк, тип фараз итәләр. Ямғырҙар ҡойоп яуһа ла, ғәҙәттән тыш хәлдәр булыр, тип хәүефләнергә кәрәкмәй.
Республиканың бөтә ҙур йылғаларында ла боҙ китте тип әйтергә була. Ә ҡар Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш һәм таулы райондарында ғына ҡалған. Ошо көндәрҙә тулыһынса иреп бөтәсәк. Сөнки көндәр йылы ғына тора.
Иң мөһиме – бер генә булһа ла ауыл һәм ҡала һыу аҫтында ҡаласаҡ тип хәүефләнергә кәрәкмәй. Республика һыу һаҡлағыстары тулылана бара, улар быйыл етерлек һыу запасы туплар, тигән өмөт бар.