16.04.2011 Ығы-зығыны тикшереү буйынса комиссия булдырылды
БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы бойороғо менән «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы» дәүләт унитар предприятиеһы (Башҡортостан юлдаш телевидениеһы) хеҙмәткәрҙәренең коллектив мөрәжәғәтен ҡарау буйынса комиссия ойошторолдо.
Унда Башҡортостан Республикаһы министрлыҡтары һәм ведомстволарынан, ижади союздарҙан вәкилдәр инә. Башҡортостан Республикаһының элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов хәбәр итеүенсә, телеүҙәктә әлеге ваҡытта эшлекле кәйеф хөкөм һөрә, килеп тыуған хәл телепрограммаларҙың сифатына йоғонто яһамай, әммә канал хеҙмәткәрҙәренең күбеһе борсолоуын белдерә, сөнки хоҡуҡи яҡтан да, психологик йәһәттән дә үҙҙәрен яҡлауһыҙ итеп тоя. Ул коллективта һуңғы айҙарҙа барлыҡҡа килгән көсөргәнешле хәлдәрҙең ниндәйҙер «йәшерен этник сәбәбе» булыуы хаҡындағы имеш-мимештәрҙе ҡырҡа кире ҡаҡты.