RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

16.04.2011 Өс һөйләм менән

БР Президенты Рөстәм Хәми­тов Өфө трикотаж фабрикаһында республиканың иң эре еңел сәнәғәт предприятиеларының бере­һендәге производство менән танышты. Ул күргәндәренән ҡәнәғәт ҡалды. Фабрика хеҙмәткәрҙәре республика башлығын хеҙмәт шарттары, яңы яҙғы-йәйге коллекция, төрлө сувенир продукцияһы менән таныштыр­ҙы.

«Сен-Гобен» концернының БДБ илдәре бу­йын­са президенты Тьери Фурньер БР Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашыуҙа, беҙ Башҡортос­танда гипс ятҡылыҡтарын эшкәртеү хоҡуғына эйәбеҙ, шулай уҡ башҡа проекттарыбыҙ ҙа бар, тип белдер­ҙе. Проекттар иҫәбендә – гипс изделиеларын етеш­тереү заводын төҙөү. Уны 2014 – 2015 йылға тамамларға уйлайҙар, инвестициялар күләме 80 миллион евро тәшкил итәсәк.

Рәсәй Президенты Дмитрий Мед­ведев 2011 йылдың 5 апрелендәге 402-се Указы менән «Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы — «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы директоры Рәмис Дәүләтбаевты II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән бүләкләне. РФ Президентының Указында, республиканың дәүләт телерадиокомпанияһы етәксеһе бындай юғары дәүләт наградаһына Ватан телерадиотапшырыуҙар өлкәһе үҫешендәге ҙур ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн лайыҡ булды, тиелә. ҡотлайбыҙ!

Туймазы районының Туҡтағол ауылында хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе аша үткәрергә документтар йыйыу өсөн күсмә кампания ойошторолдо. Сара барышында 43 граждан күсемһеҙ милкен теркәү һәм сделкалар башҡарыу маҡсатында документтар пакетын тапшырған, кешеләргә консультациялар бирелгән. Ошондай саралар республиканың башҡа ауылдарында ла ойоштороласаҡ.

16 апрелдән 1 майға тиклем республикала яҙғы һунар миҙгеле башлана. Был осорҙа ата һуйыр һәм ҡурпысыҡҡа, өйрәк һәм ҡаҙҙарға һунар итергә мөмкин. Әлбиттә, дөйөм ҡулланыу урындарында һунар итеү бөтә кешегә лә рөхсәт ителмәй, бының өсөн физик шәхестәр дәүләт пошлинаһын түләргә тейеш.

Билдәле булыуынса, БР Проф­союздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов балаларҙың лагерҙарҙа үткән йәйге ялын 21 көндән 18 көнгә тиклем кәметергә тәҡдим итеп сығыш яһағайны. Был ял итеүселәрҙең һанын арттырыу, путевкаларҙың хаҡын кәметеү маҡсатында тәҡдим ителде. Әммә яңыраҡ үткән республика ведомство-ара комиссияһында хәбәр итеүҙәренсә, ял итеү көндәре кәметелмәйәсәк, сөнки был федераль законға ҡаршы килә.

Л. СИРАЕВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә