19.04.2011 «Ҡағыҙға – икенсе ғүмер»
Бөгөн Өфөнөң Киров районында ошо исемдәге экологик акция иғлан ителеп, макулатура йыйыу башланды. «ҡағыҙға – икенсе ғүмер» акцияһын бөтә республикала хуплап ҡаршылағайнылар.
Мәҫәлән, Туймазы ҡалаһы уҡыусылары 44 тонна ҡағыҙ йыйып, эшкәртеүгә тапшырған. Стәрлетамаҡ мәктәптәре лә сараға әүҙем ҡушылып, эш әле лә дауам итә.
«Тәбиғәт» дәүләт учреждениеһы белгестәре баш ҡаланың Киров районы хакимиәте булышлығында программа төҙөнө һәм махсус «Экомобиль» макулатура йыйырға юлланды. Ойоштороусылар фекеренсә, тотонолған ҡағыҙ ҡалдыҡтарын икенсегә эшкәртеп ҡулланыу тәбиғәткә зарарлы сәнәғәт факторҙарының йоғонтоһон кәметә.