RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

19.04.2011 Донъя яңылыҡтары

Мәктәптәрҙә махсус курс

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Иркутскиҙа үткән Дәүләт Советы ултырышында мәктәп программаһына наркотиктарға ҡаршы махсус курс индерергә һәм дәүләт системаһы мониторингын булдырырға тәҡдим итте. Дәүләт башлығы фекеренсә, мониторинг системаһы проблеманы күҙ уңында тоторға, профилактик тәрбиә эштәрен алып барырға булышлыҡ итәсәк. Әйткәндәй, Президент тест ярҙамында уҡыу йорттарында наркотик ҡулланыу-ҡулланмауҙы мәжбүри тикшереүҙе ыңғай баһалауын да белдерҙе. Тестлау наркотик ҡулланыуҙы ҡырҡа кәметәсәк, тигән ышаныста ул.

Левичев «Ғәҙел Рәсәй»ҙе етәкләй
«Ғәҙел Рәсәй» партияһы съезында Николай Левичев өсөн 296 делегат тауыш бирҙе. Ул киләһе ике йыл ярымда партия рәйесе һәм бер үк ваҡытта «Ғәҙел Рәсәй»ҙең РФ Дәүләт Думаһындағы дума фракцияһын етәкләйәсәк. Левичев, күрһәтелгән ышаныс өсөн рәхмәт белдереп: «Бар көсөмдө һалып, өмөтөгөҙҙө аҡларға тырышырмын. Сергей Михайлович Миронов «Ғәҙел Рәсәй» партияһының ҡабатланмаҫ һәм абруйлы лидеры булып ҡаласаҡ», – тине. Ә әлегә тиклем рәйес вазифаһын башҡарыусы Сергей Миронов палата депутаттары башлығы итеп һайланды.

Техаста «ҡыҙыл әтәс» ҡотора

Техас штатында сыҡҡан урман янғындарын туҡтатыу ҙур проблемаға әйләнде. Штат губернаторы Рик Перри АҡШ Президентына ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә мәжбүр булды. Һөҙөмтәлә күрше штаттарҙың барлыҡ янғын һүндереүселәре «ҡыҙыл әтәс»кә ҡаршы көрәшкә йәлеп ителде. Аҙнанан ашыуға һуҙылған янғын 280 мең гектар ерҙе ялмап алған. Күрелгән зыян миллиард доллар менән баһалана.

Әлегә өмөт юҡ

Рәсәйҙең финанс министры Александр Кудрин, киләһе йылда нефткә хаҡ, быйылғы менән сағыштырғанда, түбәнерәк буласаҡ, тип күҙаллай.
Мәҫәлән, быйыл ул барреленә 105 доллар икән, 2012 йылда 93 доллар булыуы ихтимал. Ә дефи-цит­һыҙ бюджетҡа «ҡара алтын»ға хаҡ барреленә 115 доллар булғанда ғына ирешергә мөмкин. Ә бюджетты баланслау өсөн юғарыраҡ хаҡ талап ителә. Шуға күрә иҡтисадсылар, быйыл бюджет дефициты 1 – 1,4 процент тәшкил итәсәк, тип фаразлай.

Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә