19.04.2011 ЮХХДИ-ны үҙгәрештәр көтә
Киләһе йылға юл-патруль хеҙмәтенең һәр машинаһы һәм һәр автоинспектор видеотеркәүсе ҡорамал менән тәьмин ителәсәк. Башҡортостан буйынса ЮХХДИ етәксеһе Динар Ғилметдинов фекеренсә, был ришүәтселек, үҙ-ара тупаҫлыҡ кеүек күренештәргә аяҡ саласаҡ.
Быйыл уҡ светофорҙар, ҡала магистралдәрендә күпләп камералар ҡуйыласаҡ. Автоматлаштырылған системаға берләштерелгән камералар юлдарҙағы хәл-торошто күҙәтәсәк. Яҙмалар һәләкәттәрҙә ғәйеплене асыҡлау өсөн дә дәлил буласаҡ. Техник йыһазлау өсөн ЮХХДИ-ға федераль бюджеттан – 24 миллион, республиканыҡынан – 500 миллион, ә Өфө бюджетынан 15 миллион һум аҡса бүленәсәк. Әлегә юлдарҙа йөҙгә яҡын камера бар, Өфөлә иһә – 59. Бынан тыш, егермеләгән муляж ҡуйылған.
А. ЗИННУРОВА.