04.09.2010 «Башинформ»да яңы етәксе
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы ултырышында предприятиеға яңы етәксе тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул ителде һәм уның генераль директоры итеп Максим Ульчев тәғәйенләнде.
Максим Владимирович Ульчев 1976 йылдың 12 февралендә Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған. 1997 – 2007 йылдарҙа Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһының Башҡортостан бүлексәһендә иҡтисадсы, бүлек начальнигы булып эшләй. Артабан Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтендә хеҙмәт итә. БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министры урынбаҫары була.
Предприятиеның элекке етәксеһе Юнир Аҙнабаев «Башҡортостан» телерадиокомпанияһына эшкә күсерелде – «Спутник FM» радиостанцияһын етәкләй.