12.04.2011 Өс һөйләм менән
Кисә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында космонавтикаға арналған күргәҙмә асылды. Унда Башҡортостандың йыһанды өйрәнеүгә индергән өлөшө менән таныштырыу маҡсатында экспонаттар тупланған, беҙҙең яҡташтар тураһында мәғлүмәт күп. Күргәҙмәне ҡарарға килеүселәр «Белка һәм Стрелка» тигән ҡаплы кәнфиттәрҙән башлап фәнни проекттарға тиклем экспонаттар менән таныша ала.
Республиканың йәш ғалимдары халыҡ-ара фәнни-ғәмәли интернет-конференцияла ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. Был конференция фәнни тикшеренеүҙәрҙең перспективалы йүнәлештәрен билдәләү, тәжрибә уртаҡлашыу, фән даирәһендә пландар ҡороу өсөн уҙғарыла. Мөһим сарала ҡатнашырға теләүселәрҙең доклады www.bagsurb.ru сайтының «Йәш ғалимдар советы» бүлексәһендә интерактив тикшереү өсөн баҫыласаҡ.
Силәбе өлкәһендәге Башҡорт йәштәре иттифағының ошо көндәрҙә үткән отчет-һайлау конференцияһында ойошманың етәксеһе итеп тағы ла Тимур Сафиуллин һайланды. Конференцияла ҡатнашыусылар туған телде өйрәнеү, мәҙәниәткә ҡағылышлы проблемаларҙы ҡараны, яңы символиканы ҡабул итте. Осрашыу һөҙөмтәһендә башҡорт йәштәренең көнүҙәк мәсьәләләрен уртаға һалып һөйләшеү өсөн махсус клуб төҙөргә ҡарар ителде.
Башҡортостанда һалым түләүҙең кәрәкле һәм мөһим процесс икәнлеген аңлаусы кешеләр һаны йылдан-йыл арта. 1 апрелгә ҡарата алынған мәғлүмәттәр буйынса, үткән йыл менән сағыштырғанда, быйыл мөлкәт һатҡандан алынған килем өсөн түләнгән һалымдың суммаһы бер ярым тапҡырға артҡан. Шулай уҡ мөлкәтен ҡуртымға биреп тороусылар ҙа ҡыуандыра – уларҙан үткән йылдағынан ике тапҡырға күберәк һалым йыйылған.
Өфөнөң янғын һүндереүселәре яҙғы ташҡындарға тулыһынса әҙер. Тап яҙғы көндәрҙә ҙур янғындарҙың сығыуы һәр йыл һайын билдәләнә, шуға ла махсус техника тулы ҡеүәтендә эшләргә әҙер булырға тейеш. Янғын һүндереүселәр уттан зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтеүҙән тыш, һыуға батыусыларҙы ла ҡотҡарырға һәләтле, бының өсөн кәрәкле бөтә техника тупланған.
Баш ҡаланың «Тиҙ ярҙам» машинаһында эшләүсе медицина хеҙмәткәрҙәренә ауыр шарттарға ла сыҙарға тура килә – һуңғы өс айҙа уларға ҡарата енәйәт ҡылыу осраҡтары артҡан. Пациенттар табиптарҙан төрлө дарыуҙар талап итә, эттәр менән ташлана, ҡорал күрһәтеп янай. Табиптар бигерәк тә йәштәрҙең һәм эскеселәрҙең үҙҙәрен тупаҫ тотоуына зарлана.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Өфөлә ете меңдән ашыу автобус пассажирҙар ташыу менән мәшғүл, ә баш ҡаланы бөтәһе 2,5 мең автобус ҡына ла хеҙмәтләндерә алыр ине. Пассажирҙар ташыу эшҡыуарлыҡ тармағы булғанлыҡтан, ЮХХДИ был эшмәкәрлеккә бер нисек тә ҡыҫыла алмай, дәүләт ҡарамағындағы ойошма ҡағиҙә боҙоуҙарҙы ғына теркәй. Шул уҡ ваҡытта Өфөлә автобустар артҡан һайын ҡағиҙә боҙоуҙар йышая бара, бигерәк тә техник яҡтан төҙөк булмаған транспорт хужаларының пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнергә тырышыуы ҡурҡыта.
Л. СИРАЕВА әҙерләне.