09.04.2011 «УралСиб» финанс корпорацияһы менән хеҙмәттәшлек нығына
Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте менән «УралСиб» финанс корпорацияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Яҡтар республикала заманса банк технологияларын һәм банк инфраструктураһын, шул иҫәптән «Универсаль электрон карта» проектын үҫтереүгә һәм үҙләштереүгә булышлыҡ итеү, уртаҡ инвестиция программаларын ғәмәлгә ашырыуға, сәнәғәт комплексының инновацион үҫтереүгә, предприятиеларҙы техник яҡтан үҙгәртеп ҡороуға һәм модернизациялауға ярҙам күрһәтеү тураһында килеште.
Был Килешеү «УралСиб»тың юридик һәм физик шәхестәрҙе, шул иҫәптән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү буйынса төбәк программалары сиктәрендә кредитлау өлкәһендәге эштәрен дауам итеүҙе, Башҡортостанға Рәсәй һәм сит илдәр инвестицияларын йәлеп итеүҙә булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тота. Бынан тыш, республиканың социаль-иҡтисади үҫеш программаларын һәм хәйриә проекттарын, шул иҫәптән ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һәм етем балаларға ярҙам күрһәтеү проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙа артабан хеҙмәттәшлек итеү тураһында һөйләшеп килешелде.