RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

09.04.2011 Өс һөйләм менән

Башҡортостандың Эҙәрмән­дәр отрядтары фонды хәрби ҡәберлектәр буйынса хөкүмәт-ара килешеүҙәрҙе тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторолған «Мемориал – 2011» халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнаша. Башҡортостан вәкилдәре башҡаларға хәбәрһеҙ юғалған хәрбиҙәрҙе эҙләп табыу технологияһын тәҡдим итәсәк. Республиканың эҙәрмәндәр отрядтары фонды 16 фәнни йүнәлеш буйынса эш алып бара һәм яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә.

Мифтахетдин Аҡмулла исе­мен­дәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Рәсәйҙең иң көслө кешеһе, бер нисә рекорд ҡуйыусы Эльбрус Ниғмәтуллин менән осрашыу булды. Силәбе егете уңышҡа өлгәшеүенең сере менән таныштыр­ҙы, юғары уҡыу йортоноң хеҙмәткәрҙәре, студенттары менән аралашты. Рәсәйҙең иң көслө кешеһенә университетта эшләргә лә тәҡдим иттеләр, әммә ул әлегә бер ниндәй ҙә яуап бирмәне.

13 – 14 апрелдә баш ҡалабыҙ­ҙа үтәсәк сираттағы «Евро-Өфө-Азия» мода форумында йәш модельер-дизайнерҙар, фотографтар, сәс ҡырҡыусылар ҡатнашасаҡ. Быйыл форум яңы форматта ойоштороласаҡ, ул бай йөкмәткеле, абруйлы булмаҡсы. Сараны буласаҡ имиджмейкерҙар, модельерҙар өсөн ҙур имтихан тип тә ҡабул итергә мөмкин, унда йылдан-йыл ҡатнашыусылар һаны арта.

«Россельхознадзор»ҙың Баш­ҡор­тостан Республикаһы буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, Та­жикстан һәм Үзбәкстандан килеүселәрҙең бәғзеләре карантин иғлан ителгән үрсетмәләрҙе индереп, тәҡәтте ҡорота. Әле улар тағы ла рауза сәскәһе һәм гөлйемеш үҫентеләрен килтергән һәм идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре уларҙы юҡ итеү менән шөғөлләнергә мәжбүр. Сит ил вәкилдәре административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.

Учалыла Башҡортостан Рес­публи­каһы Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитетының күсмә ултырышы үтте. Сарала, башлыса, республикалағы спорт һәм физик мәҙәниәттең торошо тикшерелде. Был йүнәлеште артабан да әүҙемләштереү өсөн Рәсәй Федерацияһы һәм сит илдәрҙең уңышлы тәжрибәһе лә өйрәнеләсәк тип күҙаллана.

Башҡорт дәүләт аграр университеты аспиранты Диана ҡадирова «Рәсәйҙең милли ҡаҙанышы» Бөтә Рәсәй конкурсында 1-се дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Әйт­кәндәй, был ҡыҙҙың беренсе юғары наградаһы түгел – былтыр аспирант республиканың йәш ғалимдарына бирелгән грантҡа ла эйә булды. Бөтә Рәсәй конкурсын ойоштороусылар БДАУ ректорына талантлы йәштәргә ярҙам иткән өсөн рәхмәт белдерҙе.

Л. СИРАЕВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә