05.04.2011 Милли һөт етештереүселәр союзы менән килешеүгә ҡул ҡуйылды
Өфөлә Башҡортостан Республикаһы һәм Милли һөт етештереүселәр союзы (Рәсәй Һөтсөлөк союзы) араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Милли һөт етештереүселәр союзы рәйесе Андрей Даниленко ҡул ҡуйҙы.
Документ Башҡортостандың һөтсөлөк тармағын үҫтереүгә һәм уны ҡулайлаштырыуға йүнәлтелгән. Бындағы тәжрибәне артабан илдең башҡа төбәктәрендә лә файҙаланыу күҙаллана.
Андрей Даниленко фекеренсә, Башҡортостан һөтөн төбәктән ситтә лә танытырға кәрәк, бының өсөн һөт һатыуҙың аныҡ системаһын булдырырға кәрәк.