05.04.2011 Нисек ял итәбеҙ?
Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәте буйынса, байрам көндәре менән бәйле, Башҡортостанда 30 апрель, 1, 2 һәм 7, 8, 9 май ял көндәре булып тора.
Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, 1 май – Хеҙмәт һәм Яҙ байрамы һәм 9 май – Еңеү Көнө – байрам көндәре булып тора.
2011 йылда байрам иҫәпләнгән 1 май көнө аҙналағы ял көнө – йәкшәмбегә тура килә. Ял һәм эшләмәгән байрам көндәре тура килгәндә ял көнө байрамдан һуңғы эш көнөнә күсерелә. Тимәк, ял көнө йәкшәмбе 1 майҙан дүшәмбе 2 майға күсерелә.
Йома көндәрендә – 29 апрелдә һәм 6 майҙа эш сәғәттәре ҡыҫҡартылмай.
Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында Башҡортостанда 30 апрель, 1, 2 һәм 7, 8, 9 май ял көндәре булып тора.
РФ Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы нигеҙендә йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә байрам көндәре – 1 һәм 9 май отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.