04.09.2010 Йәш эҙәрмәндәргә ярҙам буласаҡ
БР Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөнөң «Һуҡмаҡ» хәрби-патриотик клубында урынлашҡан Эҙәрмәндәр отрядтары республика йәмәғәтселек фонды вәкилдәре менән осрашты һәм, йәш эҙәрмәндәр менән аралашып, уларҙың эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынды.
Фонд советы рәйесе Илдар Бикбаев эҙәрмәндәрҙең ниндәй уңыштарға өлгәшеүе, халыҡ менән бәйләнеше тураһында һөйләп, эште киң масштабта алып барырға финанс ҡытлығы ҡамасаулауын әйткәс, Президент был мәсьәләне хәл итәсәктәре тураһында белдерҙе.